Все новости
Район хакимиәтендә
25 Января 2019, 13:24

ҺҮҘ БИРЕП КЕНӘ ҠАЛМАҺЫНДАР

Кисә район хакимиәтендә балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса сираттағы комиссия ултырышы үтте.

Кисә район хакимиәтендә балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса сираттағы комиссия ултырышы үтте.


Комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова алып барған ултырышта мәғариф бүлегенән, ғаилә, мәшғүллек үҙәктәренән, прокуратуранан, полициянан, йәштәр эше бүлегенән вәкилдәр, нарколог, психиатр кеүек белгестәр, ауыл хакимиәте башлыҡтары, уларҙың эштәр идарасылары һәм башҡалар ҡатнашты.

Комиссия ултырышына ата-әсәлек бурысын үтәмәгән, спиртлы эсемлектәр менән дуҫлашҡан ғаиләләр саҡырылды. Барлығы 16 административ эштә үҙҙәренең бурыстарына яуапһыҙ ҡараған ун ғаилә тикшерелде.

Бер ауылда йәшәгән 1992 йылғы, ирһеҙ дүрт бала тәрбиәләгән һәм һәр саҡ эскән ирһеҙ ҡатынға нимә тип әйтәһең, ниндәй өгөт, әр һүҙе уға барып етһен? 17 йәшлек ҡыҙ, бала ғына булыуына ҡарамаҫтан, тамаҡ төбөнә төшөрөргә оҫтарып алған. Комиссия ултырышына бер эскән ир ҙә саҡырылғайны. Ул ике аҙна буйы “йәшел йылан” ҡуйынынан сыға алмай яфаланған, балаларын ҡармаған. Закон буйынса уларға 100 – 500 һум штраф һалыу ҡаралған, тик бынан ни файҙа? Штраф түләтһәң, былай ҙа ас балалар ауыҙынан өҙөп алған һымаҡ. Хәйер, тапҡан-таянған аҡсаларын бындай ата-әсә барыбер араҡыға бөтөрә.

- Ултырыштың һөҙөмтәһе булыр. Саҡырылған ата-әсәләрҙең һәр береһе менән ныҡ ҡына һөйләшеү булды. Улар башҡа эсмәҫкә һүҙ бирҙе. Киләсәктә вәғәҙә биргән һүҙҙәрендә тороп, балалары алдында үҙ бурыстарын теүәл генә үтәһендәр инде, - ти комиссия секретаре Гөлдәр Алсынбаева.
Читайте нас: