Кисә район хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин етәкселек иткән комиссия йыш булһа ла, унда гелән бер үк һүҙ булмай, ғүмер аға тора, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең дә төрлө мәлдәре була. Быныһында һорауҙарҙың береһе ауылдарҙа пожар машиналарына ҡағылды, элекке һымаҡ көйәнтәләп һыу ташып янғын һүндерер замандар үткән, машинаһыҙ булмай - уларҙың хәлдәре нисек? 12 силсәүиттең 7-һендә хәлдәр арыу, ут һүндереү машиналары ҡараулы, йылыла ғүмер итә, бына ҡалғандары менән хәлдәр хөртөрәк. Һеҙҙә был йәһәттән эштәр нисек, тигән һорауға Бахмут ауылы бер ни әйтә алманы, силсәүит башлығы үҙе юҡ ине, әллә шуға уның урынына килгән кеше ауыл хәлдәрен белмәгән кеше булып, яуап таба алманы. Ленин ауыл биләмәһендә лә хәлдәр шәптән түгел, ҡасан пожар машинаһы тәртиптә була, тигән һорауға Е. Андрюшин ҡулдарын ғына йәйҙе: беҙ дотацион силсәүит, аҡса бирһәгеҙ була, бирмәһәгеҙ юҡ. Норма буйынса ике водитель тоторға тейешбеҙ, ә әле беҙҙең берәүһен аҫрауға ла хәл етмәй. Былай ҙа атмосфера ҡыҙыуыраҡ ине, силсәүит башлығы һүҙҙәре трибуналағыларҙың асыуын нығыраҡ ҡабартты: аҡса бирһәң, алйот та эшләй, ҡалғандар булдыра алғанды һеҙ ниңә эшләй алмайһығыҙ?
Таймаҫ ауылына ла былтыр өр-яңы пожар машинаһы алып ҡайттылар, тик ул һыуыҡ гаражда өшөп ултыра икән, һыуы ла юҡ. Гараж Райпоныҡы, Р. Бабченко менән һөйләшеп берәй нәмә уйларбыҙ, ә улай-былай янғын сыға ҡалһа, беҙҙең гидранттар бар, һәғәт тә һыу тултырабыҙ, тине И. Юлдыбаев.
Н. Хисмәтуллинды үрҙәге яуаптар ҡәнәғәт ҡалдырманы, ахыры, һеҙ 131-се федераль законды юҡ-юҡта асып уҡыштырып тороғоҙ, нимә генә булһа ла, барыһы өсөн дә ауыл башлыҡтары баштары менән яуап бирәсәк.
Район пожар часынан С. Фадеев уҡыу учреждениеларында ҡуйылған сигнализациянан күп ялған сигналдар килеүе хаҡында һөйләне. Пожарниктар халҡы ҡурҡытыуға оҫта, Сергей Борисович, бының өсөн 150 мең һум штраф ҡаралған, тип залда ултырған мәктәп директорҙарының ҡотон осормаҡсы булды. Директорҙар, ысынлап та, ҡурҡты булыр, беҙ нимә эшләйек, сигнал шылтыраһа, шунда уҡ хәбәр итәбеҙ, ул ни свит һүнһә лә, шылтырай, янынан тараҡан үтеп китһә лә, шылтырай, саң ҡунһа, йәнә шылтырай. Сигнал системаһын аутсорсингҡа күсерҙеләр, мәктәп эсендәге сигнализация өсөн бер ойошма яуаплы, ә сигнал пожар часына тиклем барған ара өсөн икенсе ойошма яуап бирә, уларҙы саҡырһаң, килмәйҙәр, беҙҙең электр лампаларының да срогы сыҡҡан, уны алмаштырыуға аҡса кәрәк, мәҫәлән, Таймаҫ гимназияһы лампалары 15 йыл янып тора, ә лампаның срогы – 10 йыл. Беҙгә барлыҡ электр системаһын яңыртыу өсөн 400 мең һумдан ашыу аҡса кәрәк, - аҡ эт бәләһе ҡара эткә, ниңә беҙҙе гелән ғәйепле итмәкселәр, тигән төҫтә сығыш яһаған мәктәп етәкселәрен аңларға була ине.
Ермолаевоның 2-се мәктәбендә яңы йыл башында янғын булғайны, физика бүлмәһе шундағы электр лампаһынан янып китте. Янып китте, тип ауыҙ тултырып әйтеү дөрөҫ булмаҫ, ярты квадрат метр самаһы иҙән янды, әлеге сигнализация эшләп китеп, ут тиҙ арала һүндерелде. Ошо темаға ярайһы ғына фекер алышыу булды, мәктәп директоры М. Зәйнәғәбдинова был уттан һуң ниндәй профилактик саралар үткәрелгәнен теҙҙе, аутсорсинг ойошмаһын әрләне – улар аҡса түләргә счет ҡына килтерә, ә былай килеп күренгәндәре лә юҡ, эт менән эҙләһәң дә, табырлыҡ түгел. Күмертау янғын часы начальнигы Н. Иванов оҙаҡ итеп статистиканы уҡыны (шунда шунса янғын булған, шунса бала үлгән). Шулай уҡ оҙаҡ итеп, тәфсирләп, тәмләп Ермолаево мәктәбендә ни өсөн янғын сыҡҡанын һөйләне. Янғында балалар үлмәһен өсөн, йәнә бер ҡат нимә эшләргә кәрәклеге хаҡындағы инструкцияны уҡып ишеттерҙе.
Ҡыҫҡаһы, залдағылар бәләләр күп, тик мыжығанды береһе лә тыңлап тормаясағы, улай-былай насар хәл була ҡалһа, барыбер яуаплыны табасаҡтары хаҡында сираттағы тапҡыр инанды. Пожар машиналары буйынса отчетты 1 авгусҡа ҡалдырҙылар, мәктәптәге сигнализацияларҙың яңғылыш эшләп китеүен кәметеү өсөн (уны бөтөрөп булмаҫ, тараҡандар, барыбер кешене тыңламай, түшәм буйлап йөрөп ятыр) сигнализацияларҙы тик бер генә ойошма хеҙмәтләндерергә тейеш тигән фекергә килделәр.