Все новости
Район хакимиәтендә
22 Марта 2019, 12:55

Көрәшәбеҙ

Кисә районда район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов етәкселегендә наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы уҙҙы. Унда прокуратура, наркология диспансеры, дауахана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Кисә районда район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов етәкселегендә наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы уҙҙы. Унда прокуратура, наркология диспансеры, дауахана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Йәштәр сәйәсәте буйынса баш белгес Виктория Кудинова районда наркотиктарға ҡаршы көрәш эше буйынса доклад менән сығыш яһаны. Уның сығышынан белеүебеҙсә, 2018 йылда наркотик матдәләр менән законһыҙ рәүештә һатыу итеүселәр һаны 2018 йылда, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 2 кешегә артҡан. Шулай уҡ «Мәк» операцияһы ваҡытында 2017 йылда 7 сығанаҡ (Мәмбәтҡол, Түкән, Шәбағыш, Бөгөлсән, Холодный Ключ, Яҙлау), 2018 йылда 9 сығанаҡ (Таймаҫ, Түкән, Шәбағыш, Ҡансыра, Иҫке Отрада, Керәүле-Илюшкин, Үрге Бабалар, Яҡуп, Яҙлау) билдәләнгән. Наркотик матдәләре булған үҫемлектәрҙе законһыҙ рәүештә сәсеү осраҡтары районда асыҡланмаған. 2014 йыл менән сағыштырғанда (3 кеше), 2018 йылда (1 кеше) наркотик менән бәйле сирлеләр һаны кәмегән. Әлеге көндә районда 5 кешенең наркотик ҡулланыуы билдәле. Уларҙың берәүһе үҫмер бала.
Район дауаханаһы мөдире Анатолий Петрунин да наркоманияға ҡаршы профилактика эштәре тураһында һөйләне. Барлыҡ сығыштар ҙа тыңланылғас, наркотиктарға ҡаршы көрәште көсәйтергә, наркотик ҡулланыусыларҙы тиҙерәк асыҡлар өсөн участковыйҙарға һәм ауыл советы хакимиәттәренә табип-наркологтар менән бергә бәйләнешле эшләргә, «Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит» акциялары уҙғарып торорға тигән ҡарар сығарылды.
Читайте нас: