Все новости
Район хакимиәтендә
2 Апреля 2019, 13:58

«Тау артында тауҙар бар»

Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтен яңы башлыҡ - Юлай Талха улы Ильясов етәкләй башланы. Беҙ ваҡытында Юлай Ильясов менән бергә эшләгән йә эш буйынса аралашырға тура килгән ҡайһы бер яҡташтарыбыҙҙан, етәкселәрҙән уның хаҡындағы фекерҙәрен белештек.

Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтен яңы башлыҡ - Юлай Талха улы Ильясов етәкләй башланы.

Беҙ ваҡытында Юлай Ильясов менән бергә эшләгән йә эш буйынса аралашырға тура килгән ҡайһы бер яҡташтарыбыҙҙан, етәкселәрҙән уның хаҡындағы фекерҙәрен белештек.

Евгения БОЧАРНИКОВА,

1-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе уҡытыусыһы:

- Мине 2006 йылда Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса бүлегенең баш белгесе итеп эшкә саҡырҙылар. Был вазифаға раҫланыу өсөн мин Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына барырға тейеш инем. Шунда беренсе тапҡыр Юлай Талха улы менән осрашырға яҙҙы. Ул беҙҙе бик тә йылы ҡаршыланы, етәксе булараҡ миндә ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Ул йәштәр комитетында эшләгән саҡта был өлкәлә ныҡлы алға китеш булды, комитет тарафынан беҙгә күп финанс ярҙамы күрһәтелде. Ул ваҡытта һәләтле балалар өсөн гранттар алдыҡ. Шулай уҡ күп Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, кубоктар менән бүләкләндек.

Юлай Талха улы йәштәр эштәре буйынса беҙҙең Көйөргәҙе районында ла булды. Уның хаҡындағы тәьҫораттарым бары тик ыңғай ғына. Ул - бик тә ғәҙел, кешеләргә иғтибарлы етәксе. Яңы эшендә уңыштар теләйем.

Марина СЫЧЕВА,

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса милек менән идара итеү комитетының комитет рәйесе - бүлек начальнигы:

- Юлай Ильясов менән, ул беҙҙең министрлыҡҡа идара иткән ваҡытта, эшләү бәхете тейҙе. Юлай Талха улы - бик талапсан, көслө, үҙ эшенә ғайәт яуаплы ҡараған етәксе, эштә һәр саҡ ниндәйҙер яңылыҡ индерергә тырышты, бер урында тапанғанды ене һөймәне. Әле Ер һәм милек министрлығынан коллегалар Ю. Ильясовтың беҙҙең районға килгәнен ишеткәс тә шылтыраталар, ҡалай һеҙгә шәп етәксе килә, тиҙәр. Көнләшәләр.

Салауат КӘРИМОВ,

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире:

- Юлай Талха улы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында етәксе, Өфө ҡалаһының Киров районында хакимиәт башлығы булып эшләгән сағында миңә эш буйынса уның менән бер нисә тапҡыр осрашырға тура килде. Ул һин ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән теге йә был мәсьәләне һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлай, уға ныҡлап төшөнә һәм шунда уҡ ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәренең берәйһенә мәсьәләне хәл итеүҙе йөкмәтә.

Юлай Ильясовтың Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеүен хуплайым. Ул - төрлө урындарҙа төрлө вазифаларҙа эшләп тәжрибә туплаған, өлгөрөп еткән кадр. Шулай булғас, яңы урында ла һынатмаҫ. Көйөргәҙе районын артабан да уңышлы үҫтереү өсөн бар көсөн, тәжрибәһен һәм етәкселек һәләтен оҫта, урынлы ҡулланыр, тип уйлайым.
Читайте нас: