Все новости
Район хакимиәтендә
26 Апреля 2019, 15:09

Яңы бит асылды

24 апрелдә Көйөргәҙе районы муниципаль районы 5 саҡырылыш Советының 31-се ултырышы үтте. Унда бер нисә һорау ҡаралды. Кәңәшмә район халҡы өсөн иң мөһим булған — контракт буйынса Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү һорауынан башланып китте. Район хакимиәте башлығы вазифаһына өс кандидатура — Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай Талха улы Ильясов, «Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге» директоры Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғолов, Илкәнәй ауылы советы хакимиәте башлығы Тимур Насибулла улы Иҙрисов дәғүә итә ине.

24 апрелдә Көйөргәҙе районы муниципаль районы 5 саҡырылыш Советының 31-се ултырышы үтте. Унда бер нисә һорау ҡаралды.

Кәңәшмә район халҡы өсөн иң мөһим булған — контракт буйынса Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү һорауынан башланып китте. Район хакимиәте башлығы вазифаһына өс кандидатура — Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай Талха улы Ильясов, «Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге» директоры Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғолов, Илкәнәй ауылы советы хакимиәте башлығы Тимур Насибулла улы Иҙрисов дәғүә итә ине.

Район Советы рәйесе Леонид Богатырев ҡунаҡтар менән таныштырып үткәс, һүҙҙе БР Ведомство-ара йәмәғәт именлеге Советы Аппараты Етәксеһе урынбаҫары Валерий Кургузовҡа бирҙе. Ул үҙенең сығышында Көйөргәҙе районы ҡаҙаныштары менән таныштырып үтте. Артабан район Советы депутаттары бер тауыштан район хакимиәте башлығы итеп Юлай Ильясовты һайлап ҡуйҙы. Шулай итеп, район тарихы китабында яңы бит асылды. Был ваҡиғаның шаһиты булырға теләүселәр ҙә ул көндө зал тулы ине.

Һүҙ райондың яңы башлығы Юлай Ильясовҡа бирелде. Ул:

- Миңә ышаныс белдергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. 40 минутлыҡ доклад әҙерләгәйнем, әммә уны уҡып тормайым. Ябай тел менән генә барлыҡ көйөргәҙеләргә рәхмәтемде белдергем килә. Беҙ — чиновниктар, халыҡ ялсылары. Шуны бер ҡасан да оноторға ярамай. Хатта, төндә торғоҙһалар ҙа, халыҡ менән бергә булыу мотлаҡ. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та һәр ваҡыт: «Халыҡҡа йөҙөгөҙ менән боролоғоҙ, асыҡ булығыҙ. Уларҙы ишетегеҙ», - тип әйтә килә. Заманалар үҙгәрә, кешеләр килеп-китеп тора. Беҙҙең тормошто ла шул кешеләр яһай. Һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡлар өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын. «Дорогу осилит идущий», - тиҙәр халыҡта. Беҙ ҙә шәп аҙымдар менән алға табан барасаҡбыҙ. Был юлда кемдәр арый, улар менән хушлашырға ла тура килер. Минең ишектәрем һәр ваҡыт асыҡ. Килегеҙ, шылтыратығыҙ, ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ, - тине.

Район Советының сираттағы кәңәшмәһендә тағы ла өс һорау буйынса ҡарар ҡабул ителде, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең финанс бүлеге структураһы, район хакимиәте структураһы буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде. Шулай уҡ башҡа һорауҙар буйынса район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Сергей Савин, иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексеева, БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе Марина Сычева сығыш яһаны.

Шулай итеп, районыбыҙ яңы башлыҡлы булды. Көйөргәҙеләр өсөн яңы тормош башланды, тиһәң дә хата булмаҫ.
Читайте нас: