Кисә район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, райондың һаулыҡ һаҡлау һәм полиция хеҙмәте етәкселәре, ауыл советы хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Даими рәүештә үткәрелеп торғанға был сараның темаһы тапалған, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Үлемгә ҡаршы алып барылған көрәш хаҡында көнө-төнө һөйләгәндә лә артыҡ түгел, сөнки нисәмә йылдар инде замана зәхмәтен ауыҙлыҡлай алмай аптырайбыҙ.
Ултырышта ҡаралған тәүге һорау ағымдағы йылдың беренсе яртыһында районыбыҙҙа наркотиктар ҡулланыусылар тураһында булды. Был хаҡта Күмертау наркология диспансеры мөдире Эльвира Зиатдинова һөйләне.
- Тәүге ярты йылда районда наркотиктар ҡулланыусы 6 кеше иҫәптә тора. Наркотиктар менән бәйләнеүселәрҙе асыҡлау ғына аҙ, улар менән көрәште лә йәнләндерергә кәрәк. Ләкин был ҡатмарлыҡтар ҙа тыуҙыра, сөнки эшләүсе кадрҙар етешмәй, дауаханаларҙа психологтар аҙ. Халыҡ араһында афәттең ни тиклем ҡурҡыныс икәнен аңлаған кешеләр аҙ, шуға күрә лә үҙ ваҡытында белгестәргә мөрәжәғәт итмәйҙәр.
Эльвира Әбүзәр ҡыҙының әйткәндәренә полиция начальнигы Ринат Әбсәләмов та ҡушылды. “Эйе, етмәһә, район биләмәләрендә киндер, мәк үләндәре үҫеүе лә асыҡланды. Ошо йүнәлештә эштәрҙе йәнләндереү өсөн быйыл май айынан көҙгә тиклем “Мәк” операцияһын да иғлан иттек”, - тине ул. Артабан һүҙ эскелеккә ҡаршы көрәш тураһында булды. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов врач-наркологтарға ауыл советтарына сығып, халыҡты ҡабул итеүҙәр үткәреү өсөн график төҙөргә ҡушты. “Ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн иҫерек кешене, миҫал өсөн, Морапталдан Күмертауға алып килеүе уңайһыҙҙыр, әгәр белгестәр урындарға үҙҙәре сыҡһа, улар эскелек менән яфаланыусыларға үҙ ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтә аласаҡ”, - тине ул.
Эскелек, наркомания буйынса йылына бер-нисә тапҡыр ошондай ултырыш үткәреүҙең ыңғай һөҙөмтә биреүенә шик белдерҙе хакимиәт башлығы. “Был көрәштә ауыл советы башлыҡтары көн һайын системалы эш алып барырға тейеш. Бары шул ваҡытта ғына ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр булыуы ихтимал”, - тине Юлай Талха улы.
Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановский полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ауылдарҙа халыҡ менән осрашыу ваҡытында ошо темаларға ҡағылышлы аңлатыу эштәре алып барылыуы хаҡында әйтте. Башҡа ауыл советтары башлыҡтары ла үҙҙәренең биләмәләрендә ҡайҙа, кем спиртлы эсемлектәр һатыуҙары тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.
- Мораптал ауыл советында спиртлы эсемлек һатҡан 12 нөктә бар ине. Шуларҙың алтауһы, беҙ төрлө саралар ҡулланыу арҡаһында, кәсептәрен туҡтатты. 4 кешегә протокол төҙөлөп 15-әр мең һум күләмендә штраф һалынды. Шулай ҙа йәшел йылан менән кәсеп итеүселәр аҫтыртын эш итә, теләһә кемгә һатып бармай, үҙҙәре ышанған кешеләргә генә ебәрә. Телефон аша сауҙа итеү ҙә популяр булып китте, - тине Мораптал ауыл советы башлығы Аскар Кинжалеев.
Суррогат араҡы һатыусыларға штраф һалынһа, уға ярты хаҡ ҡына килеп сыға икән. Мәҫәлән, “йәшел йылан” менән сауҙа итеүсегә 30 мең һум штраф һалынды, ти. 22 көн эсендә түләһә, тимәк, штрай 15 меңгә төшә. Ә был аҡсаны ул бер нисә көндә ҡаплай.
– Күмертауҙағы суррогат араҡы һатыусыларҙы туҡтатмайынса, ауылдарҙа был һатыу эше туҡтамаясаҡ. Етмәһә, экспертизаға ебәрһәк, һөҙөмтәһен дә бик оҙаҡ көтәбеҙ, - тип зарландылар ауыл биләмәләре башлыҡтары.
- Күмертауҙа бындай спиртлы эсемлек һатыусыларҙың адрестарын белгәс, ҡала полицияһы хеҙмәткәрҙәренә рәсми рәүештә хат менән мөрәжәғәт иергә кәрәк. Ауылдарҙа һатыусылар буйынса ла яҙып, район полицияһына мәғлүмәт бирегеҙ. Бармаҡ янап ҡына ултырмағыҙ, ә был мәсьәләлә аныҡ эштәр, аныҡ һөҙөмтәләр кәрәк. Эште шулай башламаһаҡ, проблеманы хәл итеп булмаясаҡ, һөҙөмтәләр ҙә күренмәйәсәк. Ә инде ниндәйҙер хужалыҡ территорияһында киндер үҫкәнлеге асыҡланһа, шул етәкселәргә яза биреү кәрәк. Башҡаларға ла һабаҡ булыр”, - тине Юлай Ильясов.