Все новости

Кемгә байрам, кемгә эш...

Үткән йомала район хакимиәтендә конфессия-ара мөнәсәбәттәр комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Унда район хакимиәте башлыҡтары, имам-хатибтар ҡатнашты.

Үткән йомала район хакимиәтендә конфессия-ара мөнәсәбәттәр комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Унда район хакимиәте башлыҡтары, имам-хатибтар ҡатнашты.

Комиссия рәйесе урынбаҫары Әхәт Исламғолов ултырышты асып, бөгөн ҡараласаҡ һорауҙар менән таныштырып үтте. Иң тәүге һүҙҙе йәштәр эше буйынса белгес Виктория Кудинова алды һәм экстремизм, терроризмға ҡаршы көрәш буйынса район йәштәре менән бергә уҙғарылған профилактик саралар хаҡында бәйән итте. «Төрлө эҙемтәләр булмаһын өсөн, алдан уҡ бергәләп иҫкәртеү эштәре алып барырға тейешбеҙ», - тип тамамланы ул һүҙен.

Уның сығышынан һуң Әхәт Әхтәм улы күптән түгел генә 73-сө йәшендә арабыҙҙан китеп барған, 27 йыл дауамында Башҡортостан мосолмандары диниә назаратын етәкләгән, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинды бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып үтергә тәҡдим итте.

Мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова үҙенең сығышында рөхсәтһеҙ төрлө дини һәйкәлдәр ҡуйыуҙы тыйырға, конфликттар булдырмаҫҡа кәрәклеге тураһында иҫкәртте. Артабан ул 11 августа үтәсәк Ҡорбан байрамын үткәреү тәртибенә туҡталды. Ҡорбанды тейешһеҙ урындарҙа салырға ярамағанлығы, теләһә ниндәй ауырыуҙар булмаһын өсөн, ҡорбанға тигән малды ветеринар тикшереүе үткәреү хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәрен йөпләп, район һәм ҡала ветстанцияһы начальнигы Рәмилә Иҫәнғолова сығыш яһаны һәм:

- Ҡорбан байрамы — яҡшы байрам да ул, әммә кемгә байрам, кемгә эш тигәндәй, был ваҡытта ветеринарҙарға бигерәк тә ауырға төшә. Төрлө яҡтан һарыҡтар алып килә башлайҙар, шул арҡала төрлө сирҙәр таралыуы ихтимал. Һуйыр алдынан һәр мал ветеринар тикшеренеүе үтергә тейеш. Шулай уҡ малдар алдан уҡ биркалы булһын. Шунһыҙ рөхсәт бирелмәй. Тейешле урындарҙа ғына салырға кәрәклеге хаҡында ла онотмағыҙ. Беҙ барыһына ла әҙер, һеҙҙең яҡтан да ярҙам кәрәк, - тине.

Азат хәҙрәт Хәлилов: «Йома көнө булғанға, күптәр килә алманы. Йома үткәрмәҫкә, тип әйткәйнем инде», - тип башланы һүҙен һәм бөгөн әйтелгәндәргә ҡолаҡ һалырға, ҡорбан салыу ҡағиҙәләрен еренә еткереп үтәргә кәрәклеге хаҡында әйтте. Шулай уҡ ул күп имамдарҙың мөҙҙәттәре сыҡҡаны хаҡында иҫкәртте. «Былтыр Ҡорбан байрамында үҙем ҡатнаша алманым, Мәккәлә булып ҡалдым. Быйыл байрам яҡшы үтер, тип ышынам», - тип тамамланы.

Көйөргәҙе районы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе Марина Сычева ла мәсеттәрҙең ер участкаларын теркәргә кәрәклеге хаҡында тағы бер ҡабатлап әйтте.

Иң һуңынан Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы Ҡорбан байрамы алдынан мәсеттәргә барасаҡбыҙ, дини әҙәбиәттәрҙе ҡараясаҡбыҙ, мәсет тышындағы алтаҡталарҙың башҡорт һәм рус телдәрендә булыуын да тикшерәсәкбеҙ, тине. Имам-хатибтарҙың 3 йылға бер үтә торған аттестацияларын да һуҙмауын һораны. Шулай уҡ 8 июлдән 14 июлгә хәтлем районда үтәсәк фольклор экспедицияһына ауылда йәшәүсе талант эйәләрен табыр өсөн ярҙам итеүҙәрен үтенде. Район гәзиттәренә яҙылыу ваҡыты оҙайтылыуы хаҡында ла белдерҙе ул.
Читайте нас: