Все новости
Район хакимиәтендә
25 Октября 2019, 11:47

Еңеүселәр билдәләнде

Үткән шишәмбе көнө район хакимиәте залында хәрби иҫәпте алып барыу эштәре буйынса кәңәшмә үтте. Сараны Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Э. Кәбиров менән мобилизация әҙерлеге, гражданлыҡ оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлек мөдире А. Бочков алып барҙы. Улар хәрби иҫәп алыусылар эше буйынса йомғаҡ яһап, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Шулай уҡ был өлкәлә йыл да үткәрелә торған конкурста еңеүселәрҙе лә билдәләп үттеләр. Ауыл советы хакимиәттәре араһында 1-се урынды Ермолаево ауыл советы яуланы. 2-се урынға Мораптал сыҡһа, 3-сө урын Шәбағыш ауыл советына бирелде. Район предприятиелары һәм ойошмалары араһында еңеүсе тип «Көйөргәҙе нефть сәнәғәте ҡорамалдары заводы» табылды. 2-се, 3-сө урындарҙы ветеринар станцияһы менән “Йәшлек” мәҙәниәт йорто бүлеште. Еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Автор фотоһы
Читайте нас: