Все новости
Район хакимиәтендә
12 Ноября 2019, 11:09

Теләк булһа...

Район хакимиәтендә үткән йомала «Башҡортостан Республикаһының үҫеш концепцияһы» сиктәрендә «Социаль проектлаштырыу» темаһы буйынса өйрәтеү семинары уҙҙы. Унда Стәрлебаш һәм Ғафури райондарынан да вәкилдәр ҡатнашты.
Алып барыусы, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Ханбәкова: «Бөгөн беҙ РФ Президенты В.В. Путиндың гранттарын һәм башҡа гранттарҙа нисек ҡатнашырға, еңеп сығырға өйрәнәсәкбеҙ», - тип, семинарҙың маҡсаты менән таныштырҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов сәләмләгәндән һуң, тәүге сығыш яһаусы, БР Йәмәғәт Палатаһы рәйесе Ольга Панчихина:
- Үҙегеҙҙең барлыҡ хыял-ниәттәрегеҙҙе ҡағыҙ биттәренә төшөрөп барығыҙ. Һеҙ, район халҡы, үҙегеҙгә нимә кәрәк, шуны район етәкселегенә хәбәр итергә, еткерергә тейешһегеҙ. Һеҙгә нимә мотлаҡ талап ителеүе хаҡында район етәкселеге белеп тә бөтөрмәҫкә мөмкин. Бәлки, һеҙгә автобустың йөрөү ваҡытын үҙгәртергә кәрәктер, бәлки башҡа шуның кеүек проблемаларығыҙ барҙыр, барыһы тураһында ла конкрет тәҡдимдәр индереү бары һеҙҙән генә тора. Шулай уҡ эшҡыуарҙар ҙа үҙҙәренә лә аҡса эшләй, шул уҡ ваҡытта биләмәгә лә файҙа килтерә. Һәр кеше район үҫешенә файҙа килтерә ала. Мәктәптәрҙә бик аҡыллы, башлы уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар етәрлек. Уларҙы ла был эшкә йәлеп итергә була. Инвалидтар ҙа беҙҙең ресурс, уларҙың күптәре кеше менән матур итеп аралаша, кешене аңлай белә, шулай уҡ улар компьютерҙы ла яҡшы белә, идеялары ла күп, ҡул эштәренә лә маһирҙар. Шулай булғас, улар ҙа район үҫешенә ҙур өлөш индереү мөмкинлегенә эйә. Йәмғиәттә, ҡыҙғанысҡа, үҙ ихтыяждарын ғына ҡайғыртҡан, һәр саҡ кемдәндер һәм ҡайҙандыр ярҙам талап итеүселәр бигерәк күп, - тине ул үҙенең ҙур сығышында һәм халыҡты әүҙемерәк булырға саҡырҙы.
Балаларға ярҙам күрһәтеүсе «Мөмкинлек» йәмғиәте директоры Наталья Слободян нисек итеп ҡарауһыҙ, урамдарҙа көн иткән балаларҙы ҡәҙимге тормошҡа йәлеп итеүе хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.
Практик өлөштә район вәкилдәре үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы. Наталья Копылова менән Вячеслав Семенов «Мин — патриот» тигән «Хәрби-патриотик клуб» проектын яҡланы. Ольга Игнатьева «Әсәйемдең сәңгелдәк йырҙары» тигән «Төбәк-ара фестиваль» тәҡдим итте. Дилә Батурина «Төпкөл оҫталары» тигән Президент грантының икенсе конкурсында еңеп сыҡҡан проекты хаҡында бәйән итте. Фаина Тарзиманова «Тамыр» тигән «Тел мәҙәниәте үҫеше үҙәге» һәм тағы ла «Экологик эшҡыуарлыҡ белеме курсы» хаҡында сығыш яһаны.
Һәр проект буйынса залда ултырғандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, баһа бирҙе.
Семинар һуңында бында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла: «Бик теләһәң, был донъяла барыһы ла тормошҡа аша», - тигән фекергә килделәр. Теләктәрҙе һәм идеяларҙы бойомға ашырыу өсөн гранттарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашырға ғына кәрәк икәне лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
«Хакимиәт тарафынан район үҫешенә, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән барлыҡ идеяларҙы ла хуплап ҡаршы аласаҡбыҙ һәм ярҙам итәсәкбеҙ. Бөгөнгө өйрәнеү семинары файҙалы мәғлүмәткә бай булғандыр һәм киләсәк эштәргә дәртләндергәндер, тип уйлайым», - ти Юлай Талха улы.
Беҙҙең дә, был осрашыуҙан һуң семинарҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһендә үҙҙәренең йәшәгән ауылдары тормошона йәмле биҙәктәр өҫтәргә, яҡшы шарттар булдырырға теләктәре тыуыуына ышансыбыҙ көслө.
Розалия НАЗАРОВА
Айгөл ХАЛИҠОВА фотолары
Читайте нас: