Все новости
Район хакимиәтендә
19 Ноября 2019, 13:32

Йәһәтләргә кәрәк

Кисә район хакимиәтендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы үтте.
Сараны район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов алып барҙы. Ултырышта һүҙҙе тәүгеләрҙән булып район эске эштәр бүлеге начальнигы Р. Әбсәләмов алды.
- Быйыл законһыҙ рәүештә һатылған 250 литр спиртлы эсемлектәрҙе алыуға ирештек, - тине ул. - Административ хоҡуҡ боҙоу буйынса тәүге урында Мораптал ауыл советы тора. Унан Ермолаево, Яҡшымбәт ауыл биләмәләре килә. Бәлиғ булмаған балаларға спиртлы эсемлектәр һатыу осраҡтары бар. Бындай саҡта штраф күләме 30 меңдән алып 50 меңгә тиклем. Икенсе тапҡыр тотолһалар, закон боҙоусылар 50 меңдән 80 меңгә тиклем штраф түләргә мәжбүр буласаҡ.
Сифатһыҙ ялған спиртлы эсемлектәр эсеүҙән йыл башынан октябрь айына тиклем районда барлығы 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ермолаево ауыл советынан - 6, Керәүле-Илюшкин, Ленин, Отрада ауыл биләмәлренән 1-әр булһа, Яҡшымбәт территорияһынан 3 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Ермолаево ауыл советынан ошо бәлә арҡаһында үлгән 1987 йылғы егеттең яҙмышы аяныс. Ул бер йыл тирәһе эсеп йөрөгән. Ләкин был егеттең ҡылыҡтарына тирә-йүндәгеләр битараф ҡалған. Шуға эсергә яратҡандарға медицина хеҙмәткәрҙәре лә, киң йәмәғәтселек тә, туған-тыумасалары ла иғтибарҙы күберәк бүлһен ине.
Ялған аҡсаларға килгәндә, быйыл ялған аҡсаны ҡулланыуға сығарыу буйынса ике факт теркәлде. Был бигерәк тә халыҡ күп йөрөгән сауҙа үҙәктәрендә күҙәтелә, шуға магазинда видеокамера торһа, мутлашыусыларҙы тотоуы еңелләшә, - тине Ринат Әбсәләмов.
Участка полицияһы хеҙмәткәрҙәренең эшенә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә булды. Элек бар эште участковый милициялар алып барҙы, хәҙер ниңә улар ныҡлап шөғөлләнмәй? Участковыйҙарҙың етмәүен нимә менән аңлатырға була, тигән һорауҙар яңғыраны.
Шулай уҡ комиссияла ҡатнашыусыларҙы административ штрафтарҙың аҙ булыуы ла уйға һалды. Асылған хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса силсәүит ике-өс протокол төҙөй ҙә, ошоноң менән бөттө, былай булырға тейеш түгел, был эште йәһәтләргә кәрәк, тигән фекергә килделәр комиссия ағзалары.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Автор фотоһы
Читайте нас: