Все новости
Район хакимиәтендә
19 Ноября 2019, 13:30

Язаға тарттырыу органы түгел

Район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия даими йыйылып тора. Үткән йомала комиссия ағзалары сираттағы ултырыш үткәрҙе. Был ултырыш башҡаларынан айырылды. Баш ҡалабыҙ Өфөнән кеше хоҡуҡтарын яҡлау Советы ағзаһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Азамат Ғәлин, Совет ағзалары Динар Зәйнуллин, Сергей Жуков килгәйне. Сарала шулай уҡ район хакимиәте, мәғариф бүлеге, “Мәрхәмәт” фонды, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырышҡа бәлиғ булмаған балалары булып та, үҙҙәренең бурыстарын теүәл үтәмәгән ике әсәй саҡырылғайны.

Комиссия ағзаларының һораулы ҡараштары әсә исемен йөрөткән ҡатынға төбәлгән:

- Ниңә эсәһең, нимә етмәй?

- Әллә. Ирем Себерҙән ҡайтҡанда эсмәйем дә, ул китһә, аҙыраҡ эсә башлайым. - Ике балалы әсә һүҙҙәре һәр кемде ғәжәпкә һалды. Ҡатын йәнә дауам итте. - Хәҙер эсмәйем инде, Абдул ҡалаһына барып, эскенән дауаланып ҡайттым. Һеҙҙең барығыҙҙың да алдында башҡа эсмәҫкә, балаларымды яҡшы тәрбиәләргә һүҙ бирәм.

- Һеҙҙең өйҙә бәлиғ булмаған дүрт бала, ниңә йортоғоҙҙо шул хәтлем бысраҡ тотаһығыҙ? – Икенсе ҡатынға шундай һорау бирелде.

- Балалар бәләкәй, йыйыштырып ҡуйһаң да, барыбер бысраталар.

- Һин барыһын да аңлаһын өсөн тағы нисә тапҡыр ошондай комиссия ултырышына саҡырыр кәрәк? Үҙеңде ҡулға ал, һиңә барыһы ла ярҙам итергә әҙерҙәр, - тип комиссия ағзалары һорауҙар яуҙырҙы дүрт бала әсәһенә.

Уғрылыҡ юлына баҫҡан малай ҙа саҡырылғайны комиссияға.

- Ә һин, малай, ниңә магазиндан чипсы урланың, асһыңмы ни?

- Юҡ, ҙур малайҙар ҡушҡанға ғына алғайным.

- Берәй түңәрәккә йөрөйһөңме һуң?

- Эйе, баянда, гитарала уйнарға йөрөйөм. “Зарифа” көйөн бик яратып башҡарам, - ти малай. Артабан комиссия ағзалары юғары класта уҡыған егеттең тәртибен тикшерҙеләр.

Шуныһы һөйөнөслө – был үҫмерҙәр үҙҙәренең насар юлда йөрөүҙәрен аңлап, насар ҡылыҡтарынан баш тартҡан. Шуңа күрә лә комиссия ағзалары уларҙы иҫәптән төшөрөргә тигән ҡарарға килде.

Яңғыҙы өс бала тәрбиәләүсе, Үзбәкстандан ҡайтҡан ҡатындың проблемалары ла комиссия ағзаларының күҙ уңынан ысҡынманы. Уның улы Пулатҡа Үзбәкстан гражданы булыуын дәлилләүсе паспорт юлларға кәрәк, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә финанс ҡыйынлыҡтар кисерә. Уларға райондың “Мәрхәмәтлек” фонды аҡсалата ярҙам итәсәген белдерҙе. Шулай уҡ сара барышында Ҡаҙағстандан килгән тағы бер ғаиләне борсоған һорау ҡаралды. Был осраҡта ҡатын һәм балалары Ҡаҙағстан гражданы, ғаилә башлығы Рәсәй паспортына эйә. Туғыҙынсы синыфта уҡыған ҡыҙҙары ОГЭ буйынса имтихандар тапшырырға тейеш, ләкин паспорты юҡ. Документ алыр өсөн дәүләт пошлинаһы ла түләнгән, Ҡаҙағстанға барып уны алырға ғына кәрәк. Бөтөн проблема әлеге шул аҡса юҡлыҡҡа килеп төртөлә, сөнки ҡыҙҙың ата-әсәһе ваҡытлыса эшһеҙ. Комиссия ағзалары был ғаиләгә лә ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә итте.

Сара һуңында бәлиғ булмағандар эше буйынса һәм кеше хоҡуғын яҡлау комиссияларының эшен йәнләндереү, яңы эш ысулдары ҡулланыу өсөн районда һынау булдырыу хаҡында килешелде.

Динар ЗӘЙНУЛЛИН, кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы:

- Енәйәттәрҙе киҫәтеү, профилактик эштәрҙе киңерәк йәйелдереү өсөн яңы алымдар ҡулланыу бөгөнгө көн талабы. Бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия – ул язаға тарттырыу органы булырға тейеш түгел, ә, киреһенсә, тайғаҡ юлға баҫҡан, ауыр хәлдә ҡалған балаларҙың ярҙамсыһы, кәңәшсеһенә әйләнергә тейеш ул.

Айгөл ХАЛИҠОВА

Автор фотоһы
Читайте нас: