Все новости
Район хакимиәтендә
6 Декабря 2019, 14:30

62-гә кәмегәнбеҙ

Район Советы депутаттары сессияны йыш үткәрә, бында Көйөргәҙегә ҡағылышлы барлыҡ мөһим мәсьәләләр ҡарала.

Район Советы депутаттары сессияны йыш үткәрә, бында Көйөргәҙегә ҡағылышлы барлыҡ мөһим мәсьәләләр ҡарала. Бөгөнгөһө уғата мөһим: үтеп барған йылға иҡтисади-социаль яҡтан яҡынса баһа биреү, киләһе 4 йыллыҡты күҙаллау. Быйылғы йылға килгәндә, тыуым-үлемде, мәҫәлән, алғанда, үлем дә, тыуым да кәмегән. Шулай ҙа был күрһәткестәрҙе ҡарағанда 62 кешегә кәмегәнбеҙ. Ситкә киткәндәр һәм беҙгә килгәндәр араһында айырма ла бар: нисек булһа ла, 137 кешене, барыбер юғалтабыҙ. 108 кеше рәсми рәүештә эшһеҙ һанала. Уртаса эш хаҡы артҡан: эре һәм уртаса предприятиеларҙы алғанда ул 36 322 һум тәшкил итә. 2024 йылда районда уртаса эш хаҡы 50 218 һум булыр, тип көтөлә. Районға инвестициялар күләме быйыл 1,1 млрд. һум тәшкил иткән, был һан былтырғыһына ҡарағанда 15 тапҡырға күберәк. Ҡыҫҡаса хәлдәр шулайыраҡ. 2022 йылға тиклем бюджет ҡабул ителде. Санкцияланмаған сүплектәр буйынса районда эштәр нисек тора икәне лә тыңланды. Уларҙың күпмеһелер юҡ ителгән, шулай ҙа проблемалар ҡала әле. Ауылдарҙа контейнерҙар урынлаштырылды, унда ташларға ярамай торған ҡыйҙы яндырыу өсөн махсус урындар эшләнде.
Үткәндәргә йомғаҡ яһалған һымаҡ булды, ҡыуаныр ҙа, уйланыр ҙа ерҙәре бар, алға пландар ҙа ҡуйылды, был пландарҙың үтәлешен тикшергәндә шатлыҡлы мәлдәре әлегеһенән күберәк булһын ине.
Малик ИЛЬЯСОВ
Р. НАЗАРОВА фотоһы
Читайте нас: