Все новости
Район хакимиәтендә
10 Декабря 2019, 00:50

Фондта – яңы директор

Йома көндө Көйөргәҙе районының социаль үҫешенә теләктәшлек күрһәтеүсе Мәрхәмәтлек фондының отчет-һайлау йыйылышы булды.

Йома көндө Көйөргәҙе районының социаль үҫешенә теләктәшлек күрһәтеүсе Мәрхәмәтлек фондының отчет-һайлау йыйылышы булды. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов ҡатнашты.
Көн тәртибенә уҙған арауыҡтағы эштәргә йомғаҡ яһау, киләһе йылдарға пландар ҡабул итеү, фондтың яңы составын һайлау, етәксе органдарын тәғәйенләү кеүек һорауҙар сығарылғайны.
Фондтың яңы советы составына: БР-ҙың Көйөргәҙе районы буйынса пенсия фонды начальнигы Александр Миханов, Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбе директоры Александр Самсоненко, Көйөргәҙе районы ветерандар советы рәйесе Михаил Лященко, район хакимиәтенең баш бухгалтеры Людмила Сычева, райондың йәштәр хәрәкәте етәксеһе Айнур Ҡәҙимов һайланды. Совет ағзалары ойошманың директоры вазифаһын башҡарыуҙы Ермолаево ауылында йәшәүсе Рәмилә Әхмәдоваға йөкмәтте.
Фондтың Попечителдәр советы етәксеһе Лилиә Михайлованың һуңғы ике айҙа башҡарылған эштәргә яһаған отчеты йыйылышта ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Шулай уҡ яңы һайланған Совет ағзалары граждандарҙан һәм ойошмаларҙан килгән мөрәжәғәтнамәләрҙе ҡараны. Ошоларға таянып түбәндәге ҡарар ҡабул ителде:
Бахмут мәктәбенең туғыҙынсы класында белем алған ҡыҙыҡайға ярҙам итеү маҡсатында, Балашовтар ғаиләһенә Ҡаҙағстанға барып паспорт юллауҙа ярҙам күрһәтергә;
Район хакимиәтенең Попечителдәр һәм опека хеҙмәте етәксеһе Е. Маркелованың мөрәжәғәтен күҙ уңында тотоп, етем баланы ял һәм һауыҡтырыу лагерына ебәрергә;
Яҡут ауылында йәшәүсе Ишдәүләтовтарға электроприводлы инвалид коляскаһы алырға ярҙам күрһәтергә;
Яңы йыл байрамының яҡынлашыуын күҙ уңында тотоп, етем, атай-әсәй наҙынан мәхрүм ителгән, инвалид һәм уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә активлыҡ күрһәткән балаларға бүләктәр тапшырыуҙы хәл итергә.
Рәмилә Рауил ҡыҙы Әхмәдова, Көйөргәҙе районының Мәрхәмәтлек фонды директоры:
- Быға тиклем ниндәй пландар, маҡсаттар булған, шул эште артабан да ныҡлап дауам итергә ниәтләйбеҙ. Районыбыҙҙағы мохтаждарға төрлө яҡлап ярҙам итергә, бигерәк тә ауыр хәлдә ҡалған балалар яҙмышына битараф булмаҫҡа тигән девизды беҙ көндәлек эшебеҙҙә ҡулланабыҙ. Районыбыҙҙа йәшәүсе барлыҡ халыҡҡа ла мөржәғәт итер инем: беҙ һәр төрлө ярҙам ҡабул итәбеҙ. Аҡсалата ғына түгел, мебель булһынмы, кейем-һалыммы, нимә булһа ла рәхмәтлебеҙ. Юридик ярҙам итергә теләктәре булһа ла, ҡуш ҡуллап ҡабул итәбеҙ.
Күптән түгел “Ангелы вокруг нас” тип исемләнгән Яңы йыл марафонын башланыҡ. Бында Ермолаевоның 1-се һанлы һәм Бахмут мәктәбе уҡыусылары яңы йыл уйынсыҡтары эшләнеләр. Балалар тарафынан эшләнгән был ҡул эштәрен район хакимиәтенең 1-се ҡатында һатып алып була. Йыйылған аҡсаға мәктәпкә кәрәкле әйбер алынасаҡ. Бергә һәм берҙәм булһаҡ, бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға аласаҡбыҙ.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: