Кисә районда үткән эшҡыуарлыҡ сәғәте сиктәрендә Ҡытай вәкилдәре менән етди һөйләшеү булды. Осрашыуҙа «Xianhu Deng» инвестиция компанияһының генераль директоры Ву әфәнде һәм «Роторфлай» осоу-һынау комплексының конкурс идарасыһы Сергей Иванов ҡатнашты.
«Роторфлай» компанияһы беҙҙең район территорияһында, әммә ике йыл самаһы инде һис тә үҙен күрһәтә алмай. Улай ғына ла түгел, хатта ул көрсөк хәленә еткән.
Ву әфәнде ошо предприятиены һатып алыу тәҡдиме менән килгән дә инде. Киләсәктә ул, әгәр ниәте тормошҡа ашһа, предприятие нигеҙендә авиация техникаһын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнмәксе. Ҡытайҙар яңы технологиялар ҙа ҡулланмаҡсылар. Ул ваҡытта инде бында йылына 50-гә яҡын вертолет төҙөргә буласаҡ.
Ҡытайҙар әйтеүенсә, улар яңы проектты тормошҡа ашырыуға урындағы белгестәрҙе лә йәлеп итмәксе. Тағы ла бер мөһим мәсьәлә – йыйылған һалым да урындағы бюджетты тулыландырыуға китәсәк.
Быларҙың барыһын да тормошҡа ашырыу өсөн«Роторфлай» компанияһы етәкселеге алдында яҡын арала дөйөм йыйылыш үткәререү һәм документтарҙы яйлау бурысы тора.
2017 йылдың декабрендә «Юшатыр»ҙа баҫылған материалдан.
2011 йылда Роторфлайға, 75 млн. бүленә тик был аҡса ҡайҙалыр юғала. Беҙ нимә булды һуң был тип хакимиәткә шылтыраттыҡ, унан беҙгә беҙҙең ҡыҫылыш юҡ, үҙебеҙ аптырап ултырабыҙ тинеләр. Ана, бында ҡытайҙар килде бит, шулай булғас завод туҡтамаҫ тип бошонмауҙарын белдерҙеләр.