Мораптал ауыл советы хакимиəте башлығы Аскар Кинжалиевҡа бер нисə тапҡыр шылтыратып ҡараһаҡ та, яуап бирергə ваҡыт тапманы. Ул, бəлки, тап беҙ шылтыратҡанда урындағы ҡоролтай ултырышын үткəреү буйынса əҙерлек эше алып барғандыр ҙа, ваҡыты булмағандыр. Бик булмаһа, ултырыш буйынса əлегə эштəре барланмаһа, əйтер һүҙе юҡтыр.