Йыйылыштың төп интригаһы, әлбиттә, Совет рәйесе кем булыр тигән һорау ине. Шыш-быш күптән ишетелде, хатта сәйәсәттән алыҫ торған кеше өсөн дә ҡыҙыҡ: Советты кем етәкләр?
Яңы һайланған депутаттар (араларында иҫекләре лә бар) алдында А. Самсоненко (уны президиумда оҙаҡ йылдар күрәбеҙ, янынан кеше китеп тора, ул ултырып тора) барлыҡ формаль процедураларҙы үткәрҙе. Комиссиялар кәрәк Советта, улар барыһы 4-әү, бөтә комиссиялар ҙа формалашты, дүртәр-бишәр депутат был комиссияларға инде.
Советты етәкләргә тейеш тигән бер генә кандидатура күрһәтелде: Фәнит Моратбаҡыев. Депутаттар барыһы ла бер булып ҡул күтәрҙе: риза.