Менәүәрә апай Илкәнәй ауылында Хәсән менән Зөбәйҙә Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә икенсе ҡыҙ бала булып донъяға килә. 1960 йылда Таймаҫ егете Вәлидов Мөнир абзыйға тормошҡа сыға. Матур итеп донъя көтә улар. Мөнир ағай Таймаҫ совхозында водитель-механизатор, аҙаҡ 30 йыл буйы газсы булып, хеҙмәт ветераны исемен алып, хаҡлы ялға сыға. Менәүәрә апай 20 йыл Таймаҫ мәктәбендә йыйыштырыусы, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда эшләп, хеҙмәт ветераны була.
Ғаилә емештәре булып 4 малайға ғүмер бирҙеләр. Барыһы ла үҙҙәренә ярашлы һөнәрҙәр алып, матур итеп донъя көтәләр. Һәр ҡайһыһы балалар үҫтереп, әсәләренә лә ярҙам итәләр.
Вәлидовтар 58 йыл бергә матур, һоҡландырғыс итеп ғүмер көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мөнир ағайҙың беҙҙең арабыҙҙан китеүенә лә ике йыл тулды.