- Быйыл бик еңел булмаған йыл көтә беҙҙе. Халыҡ иҫәбен алыу, Думаға һайлауҙар. Халыҡтың асыуы яман, коронавирустан арыны, хаҡтар арта, башҡаһы.... Протест белдергәндәр күп. Беҙгә - урындағы власҡа, барыһын да ишетеп-күреп эшләргә кәрәк. Тәнҡит бар икән, уны дөрөҫ аңлап, хатта рәхмәтле булып ҡабул итегеҙ. Тәнҡитселәр - беҙҙең ярҙамсылар. Районда иң ҡырҡыу торған ниндәй һорауҙар?
Карьерҙар, юлдар, телефон бәйләнеше. Туранан-тура Путинға яҙғандары ла бар. Был беҙҙең ғәйеп – халыҡ менән дөрөҫ эшләй белмәйбеҙ. Элекке замандар бөттө. Интернет заманы хәҙер. Ауылда, улай-былай низағ сығырға тора икән, уны үҙегеҙ үк күтәреп алығыҙ, проблема бар, әйҙәгеҙ, хәл итәйек тип, интернетта үҙегеҙ шаулағыҙ. Яңы Муса ауылындағы ғауға быға асыҡ миҫал. Иң күп ялыуҙар яҙған кешене саҡырығыҙ, һөйләшегеҙ, берәй комиссияға керетегеҙ, әйҙә, үҙе эш менән булһын, үҙе күрһен, тотоп ҡараһын. Бүрәнә аша, бәлки, бүре күреп ултыралыр. Халыҡ менән һөйләшә белеү - ҙур оҫталыҡ. Килгән кешене фәләндән һалдырып сығарып ебәрһәң, әлбиттә, барыһы ла ҡатмарлаша. Кешегә ҡарата асыҡ, ихлас булығыҙ, нимәлер килеп сыҡмай икән, беҙ бар, беҙҙе лә эшкә егегеҙ, өндәшмәй, кабинетта бикләнеп ултырмағыҙ – тине Юлай Ильясов.