Интернет мәсьәләһе брифингтың төп һорауына әйләнде. Күпселек ауылдарҙа кеҫә телефондары тотмай, интернет юҡ. Ҡайһылыр ауылдарҙа интернет булһа ла тиҙлеге насар тип зарланалар. Ҡайһы бер ауылдарҙа интернет булһа ла линия юҡ тип бөтәһенә лә үткәрмәйҙәр икән.
Был һорауҙарға «Башинформсвязь» инженеры Сорока Артем Юрьевич яуап ҡайтарҙы.
- Кеҫә телефоны яҡшы тотһон өсөн ауылдарға вышка ҡуйырға һорап яҙаһығыҙ, бының өсөн ерҙәр межовать ителеп ҡуйылған, тик кеҫә телефоны операторҙарына халыҡ әҙ йәшәгән ауылдарға вышка ҡуйыу отошло түгел, шуның өсөн ул ауылдарға вышҡа ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителмәй. Ә район бюджеты бының өсөн аҡса бүлә алмай.
Интернет тотҡан ауылдарҙа, линия булмау сәбәпле, бөтә өйҙәргә лә интернет үткәреп булмай, был ҡорамалдар менән бәйле ине. Быйылғы йылда был мәсьәләгә ныҡлап тотонабыҙ, яңы ҡормалдар алып ҡайтып, линияларҙы киңәйтәсәкбеҙ, был күберәк кешене интернетҡа тоташтырыу, шулай уҡ интернеттың тиҙлеген шәбәйтеүгә лә яҡшы ҡарар буласаҡ.
Әлегә интернет үтмәгән ауылдарға яуабыбыҙ шулай, кеҫә телефоны операторҙары кеүек үк, аҙ халыҡ йәшәгән ауылдарға интернет үткәреү операторҙар өсөн отошло түгел.
Быға ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар буйынса операторҙарға хаттар яҙып торабыҙ, барыһы ла уларҙың ҡарарынан тора, әлегә был хәл буйынса бер ниндәй ҙә вәғәҙә бирә алмайбыҙ. Шулай ҙа көндә был мәсьәлә өҫтөндә эштәр алып барыла. Тағы ла ҡыҙыҡһындырған, яуап алмаған һорауҙарығыҙ булһа: 88003478166 телефонына бушлай шылтыратып һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.
Башҡа һорауҙар гәзиттә баҫылып сыҡты.