Все новости
Район хакимиәтендә
3 Февраля 2021, 12:17

Википедияла күрергә яҙһын

Беҙ уны хакимиәттең ишек алдында осраттыҡ. Быға тиклем Өфөлә төрлө фирмаларҙы етәкләгән, Дәүләкәндә һөт заводында ла, Башпотребсоюзда ла эшләп киткән. Аҙаҡҡы йылдарында бизнеста булған. - Аҡса етмәһә, бизнесҡа бар, тип аҡыл өйрәтәләр, ә һеҙ, киреһенсә, эшҡыуарлыҡтан чиновниклыҡҡа килгәнһегеҙ. Бында ни, кеше әрләнеп тик йөрөй.

- Тәжрибә ҙур, үҙемде муниципаль хеҙмәттә һынап ҡарарға булдым.
- Ғаиәләгеҙ әле Өфөләме?
-Эйе, өс балам бар, икеһе ҙурҙар инде, бәләкәйе мәктәптә уҡый, уҡыу йылы тамамланғас, ҡатынды, ҡыҙымды Күмертауға алып киләм.
- Районды яҡшы беләһегеҙме?
- Бына, танышып йөрөйм.
- Һеҙҙе табыуы ҡыйын икән, кисә сәғәттәр буйы интернет соҡоп ултырҙыҡ- юҡһығыҙ.
- Әлегә википедияла юҡмын шул.
- Беҙҙә эшләп, дан алғас, исемегеҙҙе википедияла күрергә яҙһын. Уңыштар һеҙгә.
...Һөйләшкән кеше кем булды? Якубов Владислав Геннадьевич. Район хакимиәтендә яңы эштәр идарасыһы. Ә Тимур Нәсибулла улы ҡайҙа - ул кире инвестициялар буйынса урынбаҫарлыҡ урынына ҡайтты. Улайһа, Роман Осокин ҡайҙа? Ул башлыҡтың ярҙамсыһы булды.
Читайте нас: