Все новости
Район хакимиәтендә
15 Февраля 2021, 15:15

Күңелегеҙ тыныс булһын

Район хакимиәте янына етәрәк үк эске тойомлау тынғы бирмәне: ошо тирәлә ниндәйҙер үҙгәреш бар һымаҡ, ә ниндәй - белеп булмай. Эскә үтеп, беренсе ҡатта уңғараҡ киткәс кенә интуицияның беҙҙе алдамауын белдек: Ирина Ибраһимова эшкә сыҡҡан икән.

Хакимиәттең административ комиссияһы сәркәтибе булып. Уға тиклем эшләгән Илшат Шәрипов үҙ теләге менән эштән киткән. Ирина Ринат ҡыҙы унда нимә эшләйәсәк?
Хужалары ҡарамай, аҙып йөрөгән малдар, берәҙәк эттәр, йыйыштырылмаған тирә-яҡ, төндә, күршеләргә тынғы бирмәй, ғауғалашҡан, тауыш сығарған (музыка аҡыртып ҡуйып йәки стена бораулай башлап, мәҫәлән), низағлашҡан, һуғышҡан ир менән ҡатындар... - донъяла ниндәй бәләләр бар, барыһын да алдына өйгән дә һалғандар, ҡыҫҡаһы.
Беҙ Ирина Ибраһимоваға яңы эшендә уңыштар теләйбеҙ. Эшегеҙ тынғыһыҙ булһа ла, күңелегеҙ тыныс булһын, Ирина Ринат ҡыҙы.
Читайте нас: