Фәнит Моратбаҡыев ҡыҫҡаса депутаттар эшенә йомғаҡ яһаны, ауыр йыл булды тигәнде бер нисә тапҡыр ҡабатланы, шуға ҡарамаҫтан, эштәрҙе насар башҡарманыҡ. Унан һуң һүҙ алған Юлай Ильясов та был һүҙҙе (ауыр йыл булды) бер нисә әйтте, шуныһы ғәжәп: районыбыҙ артҡа сигенмәгән, алға киткән. Инвестициялар артҡан, үлем кәмегән, ситкә киткән кешеләр һаны ла кәмегән. Эшһеҙлек артҡан - эшһеҙлек буйынса түләү артҡас, кемдер ун мең һум алып эшләгән эшен ташланы ла, биржаға торҙо, өйҙә ятып, лутсы 18 мең алам.