Коронавирус һәм уның тураһында ғына түгел. Ошолай исемләнгән, властың халыҡ менән интернет аша һөйләшеүе бөгөн дә булды. Ермолаево дауаханаһы мөдире А. Петрунин ковид менән хәлдәр нисек икәнен һөйләне – районда 216 кеше сирләгән, 213-ө һауыҡҡан. Вакинация –әле төп тема, барыһы ла шуға көсләй, беҙҙең районда 555 кеше тәүге тапҡыр привика һалдырған, 505-е икенсе тапҡырға. Бөгөнгө көнгә 17 укол ғына ҡалған, тиҙҙән тағы ла киләсәк. Бөгөн Свободаға сығып килде табиптар, тулайым алғанда, вакцинациялау беҙҙә әүҙем бара.
Диспансеризация. Был эш пандемия тип бер аҙ яйлап ҡалғайны, хәҙер барыһын да тергеҙергә кәрәк. Ауылдарҙа кеше һаулығына ҡул һелтәй ҙә ҡуя торған, улайтмаһындар, фельдшерҙар диспансеризация үтергә тейеш кешеләр менән ныҡлап һөйләшһен, аңлатһын.
Беренсе класҡа баланы нисек биреү, мәктәптә туҡланыу - былар тураһында мәғариф бүлеге вәкиле һөйләп үтте. Оҙон итеп һөйләмәне, ҡыҫҡа ғына. Юҡһа, мәктәптә туҡланыу буйынса халыҡ ныҡ ғауғалай, беҙҙә, күрәһең, был проблема әллә ни ҡырҡыу тормай. ЕГЭ тураһында ла һүҙ булды.