Артистар менән бергә ултыра булып сыға, күңелле була, тимәк. ЗАГС-тан кеше аяғы өҙөлмәй, бына уларға ҡыйын буламаҫмы? Үлем тураһында ҡағыҙ алырға килдең, ә бында "Ашыҡма китергә" тип йәки "Ас күҙеңде, китмә ҡалдырып" йырлайҙар. Ике йәш ҡайнар йөрәк килеп керә, ул минһеҙ, мин унһыҙ йәшәй алмайбыҙ, ҡауыштырығыҙ. Ҡолаҡҡа йыр бәрелә: "Һине наҙлап, һине һөйөүҙәрем никахыма бит ул хыянат". Бөттө, ошонан башлап ҡыҙҙың-егеттең саф күңеленә шик төшә: донъя хәлен белеп булмай, ҡайҙа ҡарама уйнаш, әллә кемде наҙлар әле был, балдағым бар тип тормаҫ.