Район Советының йыйылышы, дөрөҫөндә, тап ошо өсөн ине лә - башлыҡты эшенән ебәреү. Закон ҡушҡанса башҡарылды бараһы ла, Совет рәйесе, ҡанун ҡушҡанса, шулай-шулай, иптәштәр, район Уставы буйынса беҙ шулайтырға тейеш. Юлай Талха улы эшенән бушатылды һәм шунда уҡ кире ҡуйылды - ваҡытлыса. Район башлығы вазифаһына конкурс иғлан ителә, унда бер нисә кеше ҡатнаша, аҙаҡ, депутаттар кандидаттар араһынан иң шәбен һайлап ҡуя. Ә уңарсы Юлай Ильясов башлыҡ вазифаһында ҡала. Ризамы? Бөтәһе лә риза.
- Ике йыл эшләнем, төрлөһө булды, нимәлер килеп сыҡты, нимәлер юҡ. Бөгөлсән мәктәбен ремонтланыҡ, Тополекты, әле Керәүлегә тотондоҡ. Шотт паркы ла яңырасаҡ. Ниңә ҡайһы бер нәмәләр килеп сыҡманы - аҡса юҡ. Район бюджеты 850 миллион самаһы, был нимәгә генә етә, ҡалғанын һоранып алабыҙ. Республикала нисәмә район-ҡала, һәр береһе һоранып йөрөй, башҡаса әмәле юҡ. Юлдар, автобустар йөрөмәүе, һыу, электричество... һанап бөтөрлөк түгел. Автобус тигәндән, шәхси эшҡыуарҙарҙы яптылар ҙа, Башавтотранс барыһын да үҙ өҫтөнә алды, тик был беҙҙең бәкәлгә һуҡты, улар алыҫ ауылдарға йөрөмәй. Субсидия республиканан булыр тиһәк.... Автотранспортҡа йылына 3 миллион һум тәшкил итә, был аҡсаны беҙ үҙебеҙ ҡайҙан да табырға тейеш.
Барыһына ла аҡса кәрәк... Ауыл хужалығы буйынса эштәр арыу бара. Ямғырҙар яуҙы. Ҡулдан килгәнсә тырыштым. Рәхмәт, депутаттар, миңә ышанғанығыҙ өсөн. Алда пландар бар, бергә булһаҡ, уларҙы тормошҡа ашырырбыҙ.