Все новости

Йырлап ҡына эшләргә булһын

Өйҙән-өйгә күсенеү "рәхәттәрен" кемдең татығаны бар? Юҡмы ни? Тимәк, һеҙ - бәхетле кеше. Күсенеп йөрөүҙе Хоҙай дошманыңа күрһәтмәһен, ысынында, күпме ығы-зығы, аҙаҡ ниндәйҙер әйбереңде таба алмайһың, йә ташыған саҡта нимәңделер емерәһең.

Тик шулай була: теләйһеңме-юҡмы, күсергә кәрәк. Район ЗАГС-ы менән шулайыраҡ хәл. Бөгөн кем ҡыбырлай ала, йәше-ҡарты, төрлө енеслеһе, барыһы ла әйберҙәр ташый, хакимиәт бинаһынан "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы бинаһына. Ыҡсым ғына бүләмәлә ултырған һымаҡтар ине, ташый башлағайнылар, әйберҙәренән күп нәмә юҡ.
Был ығы-зығы бөтөр, болғансыҡ һыу ҙа ҡасандыр урынына ултыра, һилләнә. Артабан ЗАГС яңы урында матур ғына, йырҙар тыңлай-тыңлай, эшләп китер, иң мөһиме ҡауышыуҙар айырылыуҙан, тыуым үлемдән күберәк булһын.
Читайте нас: