Все новости

Яңы Башлыҡ 13 июлдә була

Рәхмәт, депутаттар, миңә ышанғанығыҙ өсөн. Киләсәктә һеҙ һайлап ҡуясаҡ район башлығы конкурсында мин дә ҡатнашасаҡмын. Алда пландар бар, киләсәктә лә бергә булһаҡ, уларҙы тормошҡа ашырырбыҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек теләйем.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай ИЛЬЯСОВ:
- Ике йыл эшләнем, төрлөһө булды, нимәлер килеп сыҡты, нимәлер юҡ. Бөгөлсән мәктәбен ремонтланыҡ, “Тополек” балалар баҡсаһын, әле Керәүленең белем усағына тотондоҡ. Шотт паркы ла яңырасаҡ. Ниңә ҡайһы бер нәмәләр килеп сыҡманы - аҡса юҡ. Район бюджеты 850 миллион самаһы, был нимәгә генә етә, ҡалғанын һоранып алабыҙ. Республикала нисәмә район-ҡала, һәр береһе һоранып йөрөй, башҡаса әмәле юҡ. Юлдар, автобустар йөрөмәүе, һыу, электричество... һанап бөтөрлөк түгел. Автобус тигәндән, шәхси эшҡыуарҙарҙы яптылар ҙа, Башавтотранс барыһын да үҙ өҫтөнә алды, тик был беҙҙең бәкәлгә һуҡты, улар алыҫ ауылдарға йөрөмәй. Субсидия республиканан булыр тиһәк... Автотранспортҡа йылына 3 миллион һум тәшкил итә, был аҡсаны беҙ үҙебеҙ ҡайҙан да табырға тейеш. Барыһына ла аҡса кәрәк. Ҡулдан килгәнсә тырыштым.
Рәхмәт, депутаттар, миңә ышанғанығыҙ өсөн. Киләсәктә һеҙ һайлап ҡуясаҡ район башлығы конкурсында мин дә ҡатнашасаҡмын. Алда пландар бар, киләсәктә лә бергә булһаҡ, уларҙы тормошҡа ашырырбыҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек теләйем.
Был турала материал гәзиттә бөгөн сыҡты.
Читайте нас: