Все новости

"Башлыҡ булһам, нимә эшләйем?"

Кисә район башлығы вазифаһына 3 кеше дәғүә итә тип яҙҙыҡ https://yshatir.rbsmi.ru/articles/ishettege-me-le/Bere-en-aylap-alirmin-845367/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=33983974Шуларҙың береһе ҡатын-ҡыҙ, Отрада биләмәһе башлығы Галина Майорова. Ҡатындарҙы башлыҡ итеп ҡуйыу һуңғы ваҡыт популяр булып китте, шуға, кем белә, тоторҙар ҙа, Галина Владимировнаны башлыҡ итеп һайларҙар. "Юшатыр" кандидаттың фекерен белеште - башлыҡ булып китһәгеҙ, нимә эшләйһегеҙ?

Кисә район башлығы вазифаһына 3 кеше дәғүә итә тип яҙҙыҡ https://yshatir.rbsmi.ru/articles/ishettege-me-le/Bere-en-aylap-alirmin-845367/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=33983974
Шуларҙың береһе ҡатын-ҡыҙ, Отрада биләмәһе башлығы Галина Майорова. Ҡатындарҙы башлыҡ итеп ҡуйыу һуңғы ваҡыт популяр булып китте, шуға, кем белә, тоторҙар ҙа, Галина Владимировнаны башлыҡ итеп һайларҙар. "Юшатыр" кандидаттың фекерен белеште - башлыҡ булып китһәгеҙ, нимә эшләйһегеҙ?
- Һеҙ мине тупикка ҡуйҙығыҙ әле. Нимә эшләргә, тәү сиратта социаль өлкәгә иғтибар итер инем - медицина, мәғариф, мәҙәниәт. Иҡтисад та бик мөһим, районға күберәк инвесторҙар йәлеп итергә тырышыр инем. Нисек итеп? Һайлап ҡуяһалар, ҡулда рычагтар булыр ине. Һәр саҡтағы проблемалар: һыу, ут, юл. Уларынан ҡасып булмай, ошо бәләләрҙе йырып сығыр өсөн, бар көстө һалыр инем. Һалымдарҙы контролдә ныҡ тотор инем. Конвертта эш хаҡы түләйме, башҡа төрлө итепме, ҡаҙнаға аҡса килтереүҙән ҡасҡан кешеләрҙе ҡыҫыр инем. Ҡыҫҡаса ошолар.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: