Беҙ быйыл ғына ошолай тип яҙған инек. Ер һәм мөлкәт министрлығы, шулай итеп, үҙгәрештәр кисерҙе. Беҙҙең комитетта ултырған етәксегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатып, эшенән алғайнылар, урындағыларға ышаныс юҡ типме (был реформа коррупцияны ла бөтөрөргә тейеш тинеләр), шулай донъяны үҙгәртеп ташланылар. Урындағы Ер комитетында кеше ҡалмай, бөтәһен дә ҡыҫҡартып бөтәләр тиһәк, юҡ, Р. Байгилдин (ул хәҙер комитет рәйесе) үҙ урынында ултыра, янындағы ҡыҙҙары ғына башҡа урынға күсә, хакимиәткә. Өсәүҙәр. Улар өсөн әле хакимиәттә уңайлы урын әҙерләп йөрөйҙәр. Ултырыштар залы ҡаршыһында бер ҡыуыш бар, унда дипломдыр, грамоталыр эленеп тора ине. Әле шуны ҡамап йөрөйҙәр, эштәр шәп бара, әйтергә яраһа, цифралы реформа яҡшы бара.