Все новости

Ҡайыҙлау

Район хакимиәтенең залы ярайһы ғына тулды- депутат менән осрашыуға килгәндәр. Көйөргәҙенең иң шәп, иң дәртле, иң булдыҡлы ирҙәре тип таныштырҙылар уларҙы, ниңә тап ошондайҙар йыйылған -районда Ирҙәр ҡоро булдырырға кәрәк. Ил яҙмышы -ирҙәр иңендә тип юҡҡа әйтмәгәндәр, әйҙәгеҙ, егеттәр, районды күтәрәйек. Районды күтәрә торған ирҙәр ундан саҡ ҡына артыҡ йыйылды.

Зариф Байғусҡаров депутатлыҡ дәүерендә күпме эш башҡарған, шуларҙы теҙҙе. Байтаҡ ҡына кеше уны маҡтап телгә алды (Молоканда телефон бәйләнеше, мәҫәлән, һеҙҙең арҡала барлыҡҡа килде - аяҡ-ҡулығыҙ һыҙлауһыҙ булғыры).
Ирҙәр ҡоро тигәне шулай итеп онотолдо, көндәлек мәшәҡәттәргә төшөп кителде. Районда ирҙәрҙең яртыһы ситтә йөрөй, ә һеҙ ғаилә тәрбиәһе тиһегеҙ, атайһыҙ ниндәй тәрбиә булһын? Ошолай дәғүә менән башланғайны һүҙ, тора-бара һығымтаға килделәр - барыһына ла үҙебеҙ ғәйепле. Ермолаевола элек 7 көтөү ине, һәр көтөүҙә 200-ләп мал булды, әле бөтһәе 50 баш ҡына һыйыр ҡалды, йә, бында кем ғәйепле, халыҡ үҙе. Эш юҡ тиһегеҙ, ауылда эш булмаймы ни, мал аҫрағыҙ, совет заманында ике һыйыр аҫрауҙы ла тыйҙылар (буржуй), әле хет 100-ҙө аҫыра ла аҡса һуғып тик ят. Эскелек. Яҡут Айыҡ ауыл булды, ә кемдер барыбер унда араҡы һата икән, хатта исемен беләбеҙ, халыҡ ныҡлы тотонһа, ялған араҡы ғына түгел, магазинда ла араҡы һатылмаясаҡ. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Эсеп үлгәнде борон зыяратта ерләмәгәндәр, аҫылынып үлһә лә шулай булған, әле лә муллалар шулайтһа булмаймы?
Һөҙөмтәлә шундай фекер ҡалды: бөтә бәләләрҙә беҙ үҙебеҙ ғәйепле. Алама халыҡбыҙ. Ултырыш, Ирҙәр ҡоро урынына, үҙ үҙебеҙҙе сыбыртҡы менән ярыуға ҡайтып ҡалды.
Тулы материал киләһе һанда була.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: