Өс кеше дәғүә итә ине, хәтерегеҙҙә булһа, Юлай Ильясов үҙе, урынбаҫары Данил Акилов һәм Галина Майорова - ауыл башлығы. Бөгөн ике генә кешенең кандидатураһын ҡаранылар, Галина Владимировна Өфөгә комиссия ҡаршыһына бармай ҡалған, юҡты бушҡа ауҙарып йөрөмәйем тинеме икән, әллә башҡа сәбәбе булды, ҡыҫҡаһы, районды етәкләргә уға яҙмаған. Алты кешенән торған комиссия кандидаттарҙың белемен тикшергән, Конституцияны беләме, Президент указдарын өйрәнгәнме, комиссиялағы алты кешенең өсәүһе беҙҙекеләр - Ә. Исламғолов, А. Самсоненко һәм Э. Васильева. Ике кандидат өсөн тауыш бирер алдынан Дамир Байгилдин һорау бирҙе: Юлай Талхович, районды артабан да етәкләр булһағыҙ, пландарығыҙ ниндәй? Исем өсөн булһа ла, икенсе кандидаттан да белештеләр: башлыҡ булып китһәгеҙ, һеҙ нимә эшләйһегеҙ?