Все новости

Уңыш килтерһен

Кисәге көндән алып Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте тағы ла үҙгәрештәр кисерҙе. Кадрҙар йәһәтенән.

Уңыш килтерһен
Уңыш килтерһен

Хакимиәттең эштәр идарасыһы урыны буш тора ине (Өфө егете ҡайтып китте), хәҙер унда районда күптәргә таныш кеше барып ултырҙы - Айгөл Глущенко. Дөрөҫ, әлегә "ваҡытлыса" тигән ҡойороҡ менән, тора-бара был ҡойороҡ булмаҫ, тип ышанабыҙ, Айгөл Рәмил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ.
Башҡортостан милек һәм ер мөнәсәбәттәре министрлығында реформа булды, уның еле, әлбиттә, беҙгә лә ҡағылды - хакимиәттә яңы сектор барлыҡҡа килде. Муниципаль милек менән идара итеү секторы. Уның өсөн хатта яңы бүлмә эшләп, ҡамап ҡуйҙылар. https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_55500

Яңы бүлмә бар, яңы етәксе лә кәрәк, уныһы ла табылды (бында ошоға тиклем А. Глущенко ултырып торҙо) - эшкә бөтмөр, бәлиғ булмағандар комиссияһында тир түккән Гөлдәр Алсынбаева. Дөрөҫ, ул да әлегә ИО тигән ҡушымта менән. 
Гөлдәр Ҡорбанғәли ҡыҙына ла уңыштар теләйбеҙ, ғөмүмән, барлыҡ үҙгәрештәр һеҙгә лә, беҙгә лә уңыш килтерһен. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: