Все новости
Район хакимиәтендә
8 Сентября 2021, 12:20

Йәшәйеш - сәм

Йәшәйеш - сәм, күңел өмөтлө ул,Һынауҙарға сыҙам бер затмын...Фәнил Бүләков  https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_58973.

Йәшәйеш - сәм
Йәшәйеш - сәм

Тулы килеш ул былайыраҡ яңғырай: бухгалтерия буйынса хеҙмәтлләндереү һәм һатып алыуҙар Үҙәге. Кисә бәйге тиһәң, бәйге түгел, конкурс тиһәң, конкурс түгел бер ирмәк уйлап тапҡайныҡ. Райхана Фаттахова исемле уҡыусыбыҙ шунда уҡ был Үҙәккә начальник булып кем килерен белде (тимәк, бүләк - уныҡы, беҙҙең менән бәйләнешкә сығығыҙ). Дөрөҫ, бер нисә кеше шылтыратып әйтте, тик һуңыраҡ - халыҡ ныҡ зирәк, осло күҙ, сос ҡолаҡ икән. 

Бөгөн Әлфиә Мансур ҡыҙы янына кереп сыҡтыҡ.
- Ҡасан килер икән былар тип көтөп ултыра инем, тәү булып ҡотлаған кеше һеҙ булдығыҙ,- Ә. Ханбәкова шулай тип ҡаршы алды. 
Начальник тигән исеме әле ваҡытлыса тип атала, конкурс буласаҡ - тәртибе шулай. 
Беҙ Әлфиә Мансур ҡыҙына уңыштар теләнек, барыһы ла тигеҙ генә барһын, тормошто - бәйге тиҙәр, бәйгеләрҙә гел еңеп сығырға булһын, уның ирмәк мәлдәре лә булһын, үҙебеҙгә имгәк кенә булырға яҙмаһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: