Беҙҙеңсә, был вазифа ныҡ мөһим, бигерәк тә бөгөнгө көндә, көн дә тиерлек балаларға ҡағылышлы хәбәр ишетәһең дә ултыраһың, бик йыш улары алама хәбәр була ла сыға.
Райондың бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһына яуаплы сәркәтип булып Йәлилова Әлиә Раил ҡыҙы килде. Был урын байтаҡ ваҡыт бушыраҡ торҙо, быныһы була икән, тегеһе килә икән тигән хәбәр ҙә йөрөнө һәм бына беҙ Әлиә Раил ҡыҙы ҡаршыһында.
- Мәктәптә рус теле уҡыттым, социаль педагог та булдым - тәжрибәм етерлек. Бер түгел, ике юғары белемлемен, өсөнсөһөн алырға торам. Ике балам бар, - яңы сәркәтип тағы нимә әйтәйем икән тигән шикелле беҙгә ғәжәп итеп ҡарай, алға килде лә ултырҙылар, әҙәм аптыратып, - татарса ла һөйләшә алам, кстати.
- Һеҙҙе ЗАГС-ҡа ла ҡоҙалаған булғандар икән.
- Бындай хәл булманы, кем әйтә ул?
Юҡ тек юҡ, оноттоҡ. Уңыштар теләп (еңел булмаған эшегеҙҙә гел шатлыҡлы мәлдәр көтөп торһон, ғәйепкә бөкмәгеҙ), сығып киттек, Әлиә Раил ҡыҙы ҡағыҙҙарға күмелеп ултыра, эшен тотҡарламайыҡ.
Әлеге Айгөл Глущенко был һөйләшеүгә нөктә ҡуйҙы:
- Әлиә - бик белемле кеше, өс көн эшләй, шул ваҡытта ла үҙен күрһәтеп өлгөрҙө, уның был эшкә килеүенә бик шатбыҙ.
Беҙ ҙә шат, эштәр уң, балалар имен булһын.