Уның ишеген, хужа булараҡ, ике йыл эсендә 5-6 кеше тартты, уларға өйрәнеп тә бөткәйне, ныҡ шатланды: ниһайәт, мин дә, башҡа ишектәр һымаҡ, эйәле, парлы булам. Тик әллә уны оҡшатмайҙар (яңылыҡҡа - яңы, матурлыҡҡа - бик матур түгел инде, тормош һурпаһын апаруҡ һемергән, таушалған, ҡай саҡ шығырҙап та ала) - китә лә баралар. Тол ҡалған йәки ире ташлап киткән ҡатындай тоя ла тора аҙаҡ үҙен, ҡыйын, килә-китә йөрөйҙәр, ә ғүмерлеккә тигәне юҡ. Ваҡытлыса мөхәббәт булмай, өҙөп-йолҡоп, аҙ ғына татыған мөхәббәт уға нимәгә, мәңгелек, тап һинеке булған йәргә ни етә?
Аҙаҡҡы килгәне ныҡлап йәбешеп тартты уның тотҡаһын, ышаныслы ғына тойолдо был ир, ә йыр-моңдо ҡалай ярата ине:
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр,
Һөйөү урманына ҡаратыр.
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға
Бәхет ебен кемдәр таратыр?
Шаян һүҙгә лә оҫта ине, тик... ул да китеп барҙы. Маңлайға яҙылғаны шулдырмы, иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ, йәнә яңғыҙ торҙо ла ҡалды.
Яңы хужа килә ята тип ишетеп ҡалды (үҙенә тотонмаһалар ҙа, янынан кеше өҙөлмәй, етмәһә, тыңлағанда, гел үҙе тураһында ғына һөйләй ҙә торалар кеүек, кеше күберәге кемде сәйнәй - яңғыҙҙарҙы), йә Хоҙа, исмаһам, быныһы үҙенә тиң кеше булһын ине. Яңғыҙлыҡ йонсотто.