Все новости
Район хакимиәтендә
4 Декабря 2021, 11:17

Фото һымаҡ булһа...

Рәсми ултырыш, кәңәшмәләр, ғәҙәттә, ялҡытҡыс була. Эйе, уларҙа мөһим һорауҙар күтәрелә, тик мейене бик эшләтке килмәй, докладсыны тыңлағанда ла, ҡоро статистика, һандар менән тулы сығыш булһа, сарала ҡатнашыусылар, етди йөҙҙө юғалтмаҫҡа тырышып, ваҡыт үткәнен көтә. Район Советы сессияһының да бер ҡыҙығы юҡ һымаҡ, көн ҡаҙағына сығарылған һорауҙар алдан хәл ителгән (депутаттар комитеты ҡарап ҡуйған), Эйеме - эйе, булдымы- булды. Сарала ҡатнашмай, район тормошон ситтән генә күҙәткәндәр менән дә шулай (сессияла иң мөһим һорауҙар хәл ителә, ысынында, бюджет, мәҫәлән). Рәсми сығанаҡтар нимә тип хәбәр итә: сессия булды, шулар-шулар ҡатнашты, барыһы ла ыңғай хәл ителде. Аналитика юҡ. Йөкмәтке юҡ.

Фото һымаҡ булһа...
Фото һымаҡ булһа...
Үткәнендә булған сессия ла ҡалғандарынан айырылмай ине, бына бюджет хаҡында бәйән иттеләр, уныһы өс йылға, етмәһә, уңарсы кем бар ҙа, кем юҡ. Һорауҙар тыуманы.
Мәғариф. Е. Бочарникова - оҫта оратор, шәп һөйләне, дәртләнеп китеп, бына-бына шиғыр ҙа уҡып ебәрер һымаҡ ине, барыһы ла һәйбәт кеүек яңғыраны, шулай ҙа һорау бирелде. Депутат Дамир Байгилдин:
- Мәғарифҡа аҡса етмәй тиһегеҙ, етмәгенән ҡайҙан алабыҙ?
- Республика бирә. Стимулирующий. 
- Яңы Мораптал мәктәбендә водитель, тракторсы һөнәренә уҡыта башлайбыҙ тип тә әйткәйнегеҙ....
- Лицензия юҡ әлегә, ул булһа, башларбыҙ. Беҙҙә кадрҙар етмәй, уҡытыусыларҙың күбеһе пенсия йәшендәләр, йәштәр килмәй, бындай хәл районда ғына түгел, ҡалала ла шулай, беҙҙән һорайҙар - юҡмы һеҙҙә тип. 
Мәғариф өсөн ҡайғырып та бөтмәнеләр, трибуна артына Данил Акилов үтте. Ул да ялҡынлы трибун. Спорт, туризм беҙҙә ныҡ үҫешә икән, шул турала бик позитив телмәр яңғыраны. Әллә ҡасандан бирле тегеләй ҙә былай борғоланып, үҙенә урын таба алмай ултырған Ермолаево башлығы Марина Букреева түҙмәне:
- Һеҙ беҙҙә барыһы ла һәйбәт тип сығыш яһанығыҙ, дауаханала нимә ҡылынғанын беләһегеҙме?  Ашатыуҙарының рәте юҡ, кухняны ябып ҡуйҙылар. 
- Һеҙ был турала О. Астаховҡа хат яҙҙығыҙмы? 
- Ниңә мин ул турала хат яҙырға тейеш, ә һеҙ нимә эшләйһегеҙ? 
Төҙөлөш буйынса сығыш яһарға тип, Руслан Әминев күтәрелде. Доклады шыма ғына һымаҡ ине, һөйләп бөтөр ҙә кире ултырыр. Тик, әмәлгә ҡалғандай, залда район прокуроры урынбаҫары Ф. Гәрәев бар, ул һорау бирҙе:
- Ауыл башлыҡтары штрафтар түләп арыны, шул турала берәйһе беләме? Халыҡҡа һыу биргән өсөн, уға киткән электр өсөн, силсәүиттәр аҡса йыя, был законлы түгел,  ҡасандан бирле әйтәбеҙ: лицензияһы булған махсус фирма бының менән шөғөлләнергә тейеш тип, ә һаман бер ни эшләнмәй. Мин тағы күпме ваҡыт ауыл башлыҡтарына штраф һалырмын икән? 
- Эҙләйбеҙ, береһе лә килергә риза түгел. 
Депутаттарҙы легаль булмаған араҡы һатыу ҙа борсой. Дамир Хәйбулин был турала әсенде:
- Машина менән килтереп һаталар, барып бәргеләй яҙҙым. 
- Номерын бирегеҙ, тоторбоҙ. 
Айсыуаҡ яғына тимер юл аша автобус сыҡмай башлаған, ошо турала ла әйтелде. Һорау һауала аҫылынып ҡалды. 
Шалт та шолт фотоға төшөрҙөләр. Телефондарҙы алығыҙ, матур итеп ултырығыҙ. Бөтәһе лә күрәсәк тә аҙаҡ. Ултырҙылар. 
Фотолар матур сыҡты. Ысынбарлыҡ тормошта ла барыһы ла матур булһа икән. Рәсемдәге кеүек. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: