Все новости
Район хакимиәтендә
23 Декабря 2021, 14:22

Фән

- Районда халыҡ ныҡ кәмей, әле барсаһы 21 563 кеше ҡалдыҡ. Быйыл Көйөргәҙене 852 кеше ташлап киткән (күбеһе йәштәр китә), 633-ө генә районға килгән. Үлем күп. 2021 йылда 278 кеше үлгән, тыуғандары - 114. Район ҡартая. Эштәр былай барһа, бер нисә йылдан.... 

Фән
Фән

Бер нисә йылдан нимә булырын күҙ алдына килтереүе лә ауыр, бөгөнгө сессияла ошо һандар яңғыраны. Һөйләгәндәр күп булды, уртаса эш хаҡы районда 41 077 һум икән. Быны ишеткәс, хатта Совет рәйесе Фәнит Моратбаҡыев та үҙ ҡолаҡтарына ышанманы - нисә-нисә?
Аңлаттылар. Ҙур һәм урта предприятиеларҙың уртаса күрһәткесе менән шулай сыға.
- Дамир Тагирович (Киров хужалығы), һеҙҙә 40 мең алып эшләйҙәрме?
Юҡ инде, Мораптал Себер түгел. Тик нимә тип тиһең, статистика шундай фән, әйтә икән, ышан да ултыр. 
Дефлятор, инфляция.... белем яғы һай булғандар- беҙ, финанстар темаһына һөйләнгән докладттарҙы, дөрөҫөндә, аңламаныҡ (Э . Нәбиуллина ла шулайыраҡ һөйләй - бер ни аңлашылмай, ул тормошто яҡшы ти, беҙ, наҙандар, ышанабыҙ, белемле кеше бит, алдамаҫ).
Финанстары- финанс, дауаханалар менән бәлә. (Баш табип булманы, уның урынына Г. Селищева килгән). Яңы Морапталда балнис юҡ. Асҡар Исәт улының йәненә үткән мәсьәлә:

- Депутаттар, хат яҙығыҙ әле халыҡ исеменән (үҙҙәре яҙып ҡараны - булманы), хет һеҙҙе тыңларҙар - трасса буйында ултырабыҙ, берәйһе ауырып китһә.... Тиҙ ярҙам машинаһы ике сәғәт килә лә ҡуя.
Бында ла фәнни яҡтан аңлаттылар:
- 5000 кеше йәшәгән ерҙә генә балнис булырға тейеш. Көн әйләнәһенә эшләгән. Был балнистың УЗИ, флюорографияһы булырға тейеш, тағы әллә нәмәләре. Түҙегеҙ, бер ҡыҙ килә ята, шәп белгес, тиҙҙән төрлө йәһәттән дауалай ала торған врачығыҙ буласаҡ.
- Свободала ла медсестраны ярты ставҡаға ҡалдырғанһығыҙ, - быныһы Фәнис Рахманғолов.
- Юҡсы, шул көйө, бер ставкала йөрөй.
- Һеҙгә ышанмайым мин.

- Ермолаево дауаханаһына ниңә Күмертауҙан килтереп ашатаһығыҙ аҙыҡты, кухняны яптығыҙ. Килтергән нәмәгеҙҙе ауыҙға алырлыҡ түгел. 
- Беҙ бәләкәй дауахана өсөн кухня тота алмайбыҙ, ә Күмертауҙан килтерелгән аҙыҡ һаулыө өсөн файҙалы, витаминлы махсус аҙыҡ. 
Яуаптары бит әле, бөтәһе лә матур, фәнни.
Һыу. "Ауылдарҙағы һыу системаһын хеҙмәтләндерергә тейеш ойошма юҡ, шуны булдырырға кәрәк, аҡса бүлегеҙ силсәүиттәргә, насос янһа саба ла йөрөйҙөр" - Киров етәксеһе Дамир Байгилдин өҙмәне лә ҡуйманы - шуныһы яҡшы, Мораптал силсәүите халҡы һыу өсөн бер тин аҡса түләмәй, хужалыҡтары түләп бара.
- Киләһе йылда була бындай ойошма.
Һорауҙар ҡырҡыу булһа ла, яуапһыҙ береһе лә ҡалманы, бәтеһә лә фәнни яҡтан нигеҙләнгән яуаптар. Киләһе йылға пландар әйтелде. Хәҙер эшләйһе генә ҡалды - фәнни белемгә таянып. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: