Все новости
Район хакимиәтендә
26 Декабря 2021, 09:14

Өмөт бар, ышаныс самалыраҡ

Сынтимер ағай Баязитов, Өфөлə йəшəһə лə, күңеле менəн бында, Яҡшымбəтенə һикерə-ырғый йыш ҡайтып йөрөйҙөр, видео аша ошолай өндəште:

Өмөт бар, ышаныс самалыраҡ
Өмөт бар, ышаныс самалыраҡ

- Ҡасан Молокан-Яҡшымбəт юлына асфальт һалына?
Яуап билдəле: эшлəйбеҙ, шөғөллəнəбеҙ, өмөт бар, ышаныс самалыраҡ.
- Минең күп профилле колледжда Көйөргəҙе егеттəре уҡый, береһе Яҡуптан, икенсеһе Ҡотлоюлдан. Улар, уҡып бөткəс, ҡайтам ти районға. Уларға эш буламы?
- Ҡайтһындар, табырбыҙ.
Розалина Ибраһимова йəштəр гранттары буйынса һорауын яңғыратты, беҙҙə ни, Кинйə Арыҫланов премияһы бар, шул. Башҡа ауыҙ тултырып əйтерлеге юҡ. Яуап ошолайыраҡ булды. Артабан бөттө, һорауҙар ҙа, телəк тə.
Торҙоҡ. Тура эфирҙы күрһəткəн экрандар һүнде. Артабан киттек – əле өмөт йəшəй, ул һүнмəгəн.
Район башлығы конференцияһы тураһында тулы материал үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: