Көйөргәҙе районы полиция бүлеге начальнигы А. Манғотов Эске эштәр министрлығының эш һөҙөмтәһен байҡаны. Райондағы башҡарылған енәйәттәр менән нисек көрәшәләр икән?
- Үткән йылда алдағы йылдарға ҡарағанда, насарыраҡ эшләнек тип әйтә алам – енәйәттәрҙе асыу кәмене. Бының сәбәптәре бар: штатты ҡыҫҡарттылар, 4 берәмек штат ҡыҫҡартылды, тәжриәбле хеҙмәтҡәрҙәр эштән китте, пенсияға, ә йәш полиция хеҙмәтҡәрҙәре эшкә йәки еңел-елпе ҡарай, йәки тәжрибәһе юҡ. Барлыҡ енәйәттәрҙең һәр өсөнсөһө асылмай ҡалды. Дөйөм алғанда, енәйәттәр һаны кәмене, 3 меңдән ашыу ғариза килде беҙгә. Шуларҙың 30-ы ауыр енәйәттәр. 3 кеше үлтереү осрағы булды, 1 – көсләү.
4 тапҡыр малдарҙы урланылар, 7 тапҡыр банк системаһы аша аҡсаны сәлдерҙеләр. Бер тапҡыр Йәшлек мәҙәниәт йортонда концерт барышында берәүҙең телефонын һелтәнеләр, мәҙәни саралар булғанда, һәр береһе үҙенең мөлкәтенә иғтибарлы булһын ине. Телефонды таптыҡ, урлаған кеше кемгә һатҡан, шуны тоттоҡ. Тик уғры үҙе билдәһеҙ ҡалды.
Милләт-ара низағтар, терроризмға ҡағылышлы бәләләр беҙҙә юҡ. Бәләкәй Мусала ғына, беләһегеҙ, ситтән килгән әҙәм менән проблема булды, хатта бөтөн ауыл уға ҡаршы сходта сыҡты ("Юшатыр" яҙҙы был сход тураһында). Был беҙҙең ғәйеп, ваҡытында эшләп еткермәгәнбеҙ. Артабан һабаҡ булыр беҙгә.
62 кеше һалмыш көйөнсә руль артында ултырған өсөн тотолған. ДТП-ларҙың күбеһе юлдарҙың насарлығы арҡаһында килеп сыға, быға ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк. Тимер-томор урлап йонсоталар.... Ауылдан һөт һатырға тип килгән апайҙар ҡаланан араҡы тейәп ҡайта ла ауылында һата...
Был турала тулыраҡ -киләһе һанда.