Депутаттар отчет тыңлай. Район Советы рәйесе лә, район хакимиәте башлығы ла үткән йылды барлай.
Ҡапыл ҡараһаң, ауыҙ тултырып һөйләрлек эш тә булманы кеүек, тик был тәү ҡарашҡа ғына ошолай, ә ысынбарлыҡта, ана күпме эштәр эшләп ташлағанбыҙ. Әллә нисә тапҡыр халыҡ менән осрашыу, Реаль эштәр, ППМИ, Атайсал, Яҡшымбәткә ҡарағайҙар алып ҡайтыу....
Әлбиттә, бөгөнгө көндөң иң актуаль проблемаһына ла ҡағылмай үтмәнеләр. Бөтә Рәсәй ил Президенты тирәләй тупланды, тине Юлай Талха улы. Алда ҡыйын буласаҡ, әммә беҙ барыбер йырып сығырбыҙ. Әле хаҡтарҙы күҙәтә барабыҙ, кеше паникаға бирелмәһен, тип йыуатты башлыҡ.
Күңелде ҡырғаны: байтаҡ планлаштырылған эштәрҙе оноторға тура киләсәк. Кинйә Арыҫланов музейына елле итеп ремонт яһарбыҙ тигәйнек. Ремонт та, яҡшы замандар еткәнсе, көтөп тора.
Районда үлем күп, тыуым аҙ. Уның ҡарауы вакцинация шәп бара (94%). Культура шәп үҫә, спорт үҫә.
Артабан һүҙ полицияға бирелде. Районда былтыр бер көсләү булған, 3 үлтереү. Айырыуса ауыр енәйәттәр һаны - 30. 4 вандализм осрағы булған, 9 тапҡыр үрт һалғандар, был енәйәттәр береһе лә асылмаған.
Залдан ул-был һорау ишетелмәне, барыһы ла аңлағандай: артабан йәшәүе еңел бумаясаҡ. Бергә булырға кәрәк.