Все новости

Эшләрбеҙ

Әле генә район Советының сираттағы Сессияһы тамамланды.  

Эшләрбеҙ
Эшләрбеҙ
Барлығы 5 кенә һорау ҡуйылһа ла, сессия байтаҡҡа һуҙылды ла ҡуйҙы.
Янғын хәүефһеҙлеге буйынса башлыҡ урынбаҫары Урал Ибраһимов сығыш яһаны. Бәғзе кеше бит, сығыш яһар булһа, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип сығыш яһай, бик бәйләнмәһәләр -булды. Урал Дамир улы төплө әҙерләнгән, һәр һорауҙы тәфсирләп, энәһенән ебенә тиклем аңлатты. Проблеманы төртөп күрһәтеп кенә ҡалманы, унан сығыу юлдарын да әйтте. 
Пожар маншиналары өсөн йылы бокстар юҡ - Яҡшымбәт, Ленин, Таймаҫ, Зәк-Ишмәттә. Кемдер был бокстарҙы тотоу ауырға төшә беҙгә, тип мөңгөрләне, ә башҡалар нисектер тота бит - бәлки, проблема һеҙҙең үҙегеҙҙәлер? 
Янғын һүндереү машиналары иҫке. Зәк-Ишмәттә ул 1976 йылда тыуған. Иҫкеһе ярар, бәлки, оформить итеүе уны ауырҙыр, Таймаҫтыҡы йәш -  2018 йылғы. Ул һаман оформить ителмәгән.
Пожарниктарға ла һорауҙар булды. Киләһегеҙ ҙә мәсеттәргә штраф сәпәйһегеҙ, муллаларҙың аҡсаһы ҡайҙан булһын? Мәсеттең йә түбәһе тәпәш, йә тағы нәмәһелер дөрөҫ түгел - 300 йыллыҡ мәсетте, мәҫәлән, нисек итеп төҙәтәһең? Янғын һүндереүселәр ҡулдарын йәйҙе - тәртибе шулай, беҙ нимә эшләйек?
Юлдар буйынса һөйләнеләр. Был һорау, билдәле, ауыр һорау, шулай ҙә әллә ни тауыш-тын булманы. Һауа торошо яҡшырыр, рәтләрбеҙ тигән кеүек вәғәҙә булды. Район Советы рәйесе генә: анау, икенсе мәктәп тирәһен ҡарағыҙ әле, халыҡ ныҡ зарлана тип реплика ҡыҫтырҙы. 
Ленин ауыл биләмәһе башлығы сығыш яһаны. Кеше күп үлә, бала аҙ тыуа (935 кеше йәшәй силсәүиттә). Беҙ быға ғәйепле түгел, бөтөн ил буйынса шулай тине В. Галактионов. Был эштә нығыраҡ эшләргә кәрәк тип кәңәш иттеләр. Ярар, тине башлыҡ. Эшләрбеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: