+3 °С
Облачно
Руслан Риф улы Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенең (ЕДДС) яңы начальнигы. Электән белгәнлектән, һапаталанып, юғиһә, нишләп йөрөйөң ул бында тип һораныҡ.
- Үҙгәрештәр күп бында. Мин бында начальник, Рамаҙан Фәйзуллин үргәрәк күсеп ултырҙы, Мобилизацион әҙерлек, граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы начальнигы булып китте (элекке түрә Ибраһимов Радик Әхтәм улы башҡа яҡҡа китеп барған. Рамаҙанға - уңыштар). Эшкә төшөнөп йөрөүем. Нимәгә нығыраҡ иғтибар итергә, әле янғын ҡурҡынысы ныҡ янай. Ошо ялдарҙа ғына Молокан, Ольховка тирәһендә үлән янды, Яңы Мусала мунса янды. Халыҡ һаҡ булһын ине. Йәйҙең эҫе ҡоро көндәре әле бөтмәгән.