Көйөргәҙе районында енәйәтселеккә ҡаршы көрәш программаһы. Ул биш йылға төҙөлә. Бына әле, 2022 йылда, программаны яңыртыу хәжәте (мотлаҡ эш был) килеп сыҡты. Енәйәтселеккә ҡаршы нисек итеп, бергәләп, көрәшәбеҙ, ғөмүмән, беҙҙә ниндәй енәйәттәр бар ул?
Бергә тигәненә һәммәһе лә инә: полиция, мәғариф, төрлө комиссиялар, йәштәр комитеты, хатта беҙ - гәзит тә шунда.
Күмәкләп, һәр кем нисек булдыра ала, үҙ функциялары сиктәрендә енәйәтте, бөтөрмәһә лә, кәметергә тырышырға бурыслы.
Ә енәйәт тигәне беҙҙә йәһәнәм: эскелек, наркомания, урлашыу, юл ҡағиҙәләрен боҙоу, үлтереш... Кешелек ниндәй енәйттәр уйлап тапҡан, барыһы ла бар. Бына ойошҡан енәйәтселек кенә юҡ (мафия, итальянса әйтһәк).
Район Советы сәркәтибе Әхәт Исламғолов етәкселегендә, шулай итеп, киләһе биш йылға (2025 йылға тиклем) план төҙөлдө (боронғо пятилетканы хәтерләтеп ҡуйҙы хатта). План ҡороу - һәйбәт эш, уны иҫән генә булып, тормошҡа ашырырға яҙһын ине лә енәйәттәр күҙгә күренеп кәмеһен ине.