Все новости
Район хакимиәтендә
28 Февраля 2023, 13:55

Кем беренсе?

Күптәрҙең башынан үткән: бәләкәй саҡтан уҡ үҙеңде тәүге рәттә, беренсе урындарҙа күрге килә ине. 

Кем беренсе?
Кем беренсе?
Мәҫәлән, урамдағы малайҙар араһында кемдер атаман була, һинең үҙеңдең атаман булырға хәлеңдән килмәй икән, һис юғы уның янына яҡыныраҡ торғоң килә. Икенсе булып, мәҫәлән. 
Малай саҡтағы ғәҙәт үлгәнсе оҙата баралыр ул.
Бөгөн район Советы сессияһында ла башлыҡтан һуң кем беренсе тигән һорауға яуап эҙләнде. Барыһы ла белә: район башлығының беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимов - ауыл хужалығы буйынса урынбаҫар һәм беренсе урынбаҫар ҙа ул ине. Ни ғилләнәндер, ошо беренселекте финанстар буйынса урынбаҫар Азамат Сәйфуллинға бирергә кәрәк тип уйлағандар. Юлай Ильясов шулай тине:
- Заманалар ауыр, тәүге планға иҡтисад сыға, шуға мин Азамат Зәкәри улын Беренсе урынбаҫар посына тәҡдим итәм. Урал Дамир улының былай ҙа эше күп, гел ҡырҙар буйлап йөрөй, ә  А. Сәйфуллин бында - хакимиәттә генә ултыра. 
Шып-шыма үтеп китмәне был тәҡдим. Ветерандар Советы рәйесе М. Лященко ырғып торҙо...
Материал йома көнө гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: