Все новости
Район хакимиәтендә
16 Марта 2023, 08:36

Киткән ҡоштар кире ҡайтыр ул

Ә кешеләр?

Киткән ҡоштар кире ҡайтыр ул
Киткән ҡоштар кире ҡайтыр ул

Ишетмәһәң ишет тигән өлкәнән булды был хәбәр - райондың баш агрономы эштән китеп барған. Башҡа эшкә күскән. Стәрлетамаҡ районы "Уңыш" хужалығына директор урынбаҫары булып. Ғәләмәт хужалыҡ ул тип һөйләнеләр беҙгә, баҫыу ерҙәре, Күгәрсен менән Көйөргәҙе райондары ерҙәрен бергә ҡушһаң, шул сама. Элекке Рощинский совхозын үҙ эсенә йотҡан хужалыҡ.
Был яңылыҡ бер яҡтан ҡыуандырҙы (ҙур карабҡа - ҙур йөҙөү), икенсе яҡтан ҡайғыртты. Айҙар Туйгилдин бик шәп белгес ине, ҡағыҙҙар менән эш итергә оҫта ине, бына әле тере ҡулһыҙ ултырабыҙ, тип уфылдаштылар ауыл хужалығы идаралығында. Был бы дождик, был бы гром? Юҡ шул, баш агрономһыҙ булмай, бигерәк тә, Айҙар Юнир улы һымаҡ агрономһыҙ. Әле аптырашта ултырабыҙ - шәп белгесте ҡайҙан табырға?
Һәйбәте табылыр тип өмөтләнәбеҙ, ә Айҙар абзыйға бер генә теләк: үҙегеҙ етәкләгән хужалыҡтың исеме кеүек барһын тормошоғоҙ, Уңыш артынан Уңыш йыйып ҡына йәшәгеҙ.

Автор:
Читайте нас: