-4 °С
Облачно
Депутаттар йыйылғас, йылға йомғаҡ яһалғас, бик етди сара булғандыр, тип уйлар ҡайһы берәүҙәр. Тик хакимиәт йортоноң ҙур залында бөгөн байрам тантана итте. Республикабыҙҙың Ҡоролтай Дәүләт йыйылышынан килгән депутатыбыҙ Раиль Абдрахимова буш ҡул менән килмәгән. Йылға йомғаҡ яһап, үҙ эшен намыҫлы башҡарыусыларҙы маҡтау грамоталары менән бүләкләп ҡыуандырҙылар.
Артабан сараның етди өлөшөнә күстеләр, райондың бюджетына күҙ һалдылар, уның тотороҡло хәлдә булыуын әйтеп үттеләр.