Июль айы баштарында көтмәгәндә (хәйер, быны күптәр көткән, белгән, һиҙгәндер) Юлай Ильясов тәртәне туғарҙы – Красноярскҡа икенсе эшкә китеп барҙы. Уңарсы ла, Юлай Талха улы яуға барып ҡайтты, А. Сәйфуллин башлыҡ вазифаһын башҡарып торҙо, ҡыҫҡаһы, хужаһыҙ ҡалған йорт кеүек булды район, күңел һалып эшләгәне булманы тиерлек, барыһы ла ваҡытлыса.
Лира Тереғолова бер мәл Күмертауға башлыҡ урынбаҫары булып ҡайтты. Был күренешкә ҡыуандыҡ- үҙеңде үлтермәҫ. Тик... ярты йыл самаһы был вазифала булдымы-юҡмы, уны Көйөргәҙе районына ошондай уҡ урынға күсерҙеләр – район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары урынына. Акилов (элеккеһе) шылып торҙо. Уны ауыл хужалығы бүлегенең мәғлүмәт-консультация үҙәге начальнигы урынбаҫары иттеләр (һай, донъя, урыны ла кәрәк кешегә табылып ҡына тора). Һуңынан, имеш, уны кире элекке вазифаһына ҡайтаралар. Һуңынан – ҡасан? Лира Рафаил ҡыҙы башлыҡ булғас. Ә уның районды етәкләйәсәген барыһы ла тиергә була белә ине. Шартына еткерергә кәрәк, әлбиттә, конкурс булды. Дүрт кеше дәғүә итә ине был урынға, береһен сыйып ырғыттылар, өсәүһе ҡалды (кемдәр улар, был турала гәзиттә яҙылды). Лира Тереғолова янындағы ҡалған икәү, иҫәпкә бар, һанға юҡ – быныһын белер өсөн дә юғары уҡыу йорттарын бөтөү кәрәкмәй.
Бына бөгөн Лира Рафаил ҡыҙы башлыҡ вазифаһын биләне – район Советы депутаттары уның өсөн тауыш бирҙе.
...Теге көн физкультурниктар байрамында «Йәшлек» мәҙәниәте һарайы янында иртән физкультура яһанылар. Хакимиәт эшселәре сыҡты тәндәрен яҙырға. Шунда береһе: ирҙәр ҡалманы хакимиәттә, ҡыҙҙар баҫып алды, тип әллә һуҡранды, әллә, киреһенсә, шатланды.