Дәүләтселек идеяһы быуындан-быуынға тапшырылып килгән. 1917 йылдың июль, август һәм декабрендә Башҡорт ҡоролтайҙары үтә. Уларҙа Рәсәй составында автономиялы Башҡортостандың иҡтисади һәм сәйәси үҙаллылығын алға ҡуйыусы Конституция проекты ҡарала. Әммә был автономия юридик яҡтан раҫланғансы башҡорт халҡына граждандар һуғышының дауыллы һәм драматик ваҡиғаларын башынан кисерергә тура килә.
1919 йылдың 23 мартында «Известия ВЦИК» гәзитендә Совет халыҡ комиссарҙары рәйесе В.И. Ленин, Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы М.Ф. Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И.В. Сталин, Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитеты секретары А.С. Енукидзе һәм Башревком делегацияһы ағзалары М.А. Ҡулаев, М.Д. Халиҡов, А. И. Бикбауов тарафынан 1919 йылдың 20 мартында ҡул ҡуйылған «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡорт Совет Автономияһы тураһындағы килешеүе» тигән тексы баҫылып сыға. Ул Рәсәй менән традицион килешеү мөнәсәбәттәрен яңырта. Башҡортостан республикаһына киң вәкәләттәр федератив Рәсәй дәүләте төҙөүҙең башланғысы була алыр ине. «Килешеү» үҙ эсенә 16 параграфты ала. 1-енсеһендә Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының (АБСР-ҙың) Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә төҙөлөүе хаҡында әйтелә. 2-4-се параграфтар Башҡорт автономияһы сиктәрен билдәләй. 5-се параграфта тәбиғәт ресурстарының һәм республика заводтарының үҙәк ҡарамағында ҡалыуы, ләкин урындағы сәнәғәттең продукттарын бүлгәндә иң беренсе сиратта Башҡортостан ихтыяждары ҡәнәғәтләндереләсәге хаҡында әйтелә. 6-сы параграф АБСР-ҙың волостарҙан торған 13 кантонға территориаль бүленешен билдәләй. 8-се параграф Башҡорт автономияһын Совет республикаһы булараҡ билдәләй, республикала власть РСФСР Конституцияһына ярашлы урынлаштырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. 9-11-се параграфтар Башҡорт армияһын һаҡлау һәм уның статусы тураһындағы положениены эсенә ала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Совет власы нығыныу менән бер рәттән, ил лидерҙары милләттәрҙең үҙаллылыҡҡа булған хоҡуғы тураһындағы положениенан ситләште. Һөҙөмтәлә Башҡортостан ябай бер административ-территориаль берәмеккә әүерелде.