1938 йылдың 10 июлендә Өфөлә бер-бер артлы атыу тауыштары яңғырай. Башҡорт буржуаз-милләтселегендә, вәлидовсылыҡта ғәйепләнеүселәрҙе аталар. Араларында яҡташыбыҙ, мәшһүр башҡорт композиторы һәм йырсыһы Ғәзиз Әлмөхәмәтов та бар. 1938 йылдың июлендә Ғәзиз Әлмѳхәмәтов үлем язаһына хѳкѳм ителә. Ә хѳкѳм ҡарарында былай тип яҙылған:
«Алдан суд тикшереүе шуны асыҡланы - Әлмѳхәмәтов 1918 йылда советҡа ҡаршы һәм вәлидовсы тѳркѳмдә әүҙем ҡатнашыусы була, совет власын емертеү эштәре алып бара, ә артабан Башҡорт АССР-ы территорияһында хәрәкәт иткән һәм совет власын бәреп тѳшѳрѳүҙе, ҡораллы восстание, ВКП(б) һәм совет хѳкүмәте ағзаларына ҡаршы террор акттары яһау юлы менән пантюркистик дәүләт тѳҙѳүҙе маҡсат итеп ҡуйған буржуаз-милләтсе баш күтәреүсе һәм террористик ойошма составына ингән…
РСФСР Енәйәт Кодексының 58-2, 58-8, 58-11, 58-13 статьялары буйынса ҡаралған енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепле тип иҫәпләп, РСФСР ЖПК–ның 319 һәм 320 статьяларын ҡулланма итеп алып, СССР Юғары суды Хәрби коллегияһының Күсмә сессияһы Әлмѳхәмәтов Ғәзиз Сәлих улын, бѳтә мѳлкәтен конфискациялап, иң юғары язаға – атырға хѳкѳм итте…»
Һуңғы тапҡыр камеранан сыҡҡанында үҙе ижад итешкән «Эшсе» операһындағы
Ниғмәт арияһын йырлай, ә ҡалған тотҡондар уға ҡушыла:
Тауҙар ватып таштар аҡтарғанда
Булырһығыҙ минең күңелемдә,
Эштән арып ялдар иткән саҡта,
Булырһығыҙ минең телемдә.
Ай, диңгеҙгә барып тѳшә икән
Боролоп-боролоп аҡҡан ағым һыу,
Рәхәт ине бергә торған саҡтар,
Айырылышыуы бигерәк яманһыу!
1917 йыл Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең киң үҫеш алған осоро була. Ғәзиз Әлмѳхәмәтов шул ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнау, унан ситтә тороп ҡалмау теләге менән Урта Азиянан Ырымбурға ҡайтып төшә. Ул саҡта халҡыбыҙҙың Карауанһарай йорто Башҡорт хѳкүмәте резиденцияһына әүерелә, үҙенә башҡорт халҡының иң илһѳйәр, ирек яулаусан, азатлыҡ даулаусан батыр ҙа, аҡыллы ла, уҡымышлы ла, мәҙәниәтле лә улдарын йыя. Ғәзиз Сәлих улы ла – шулар араһында. Большевизмға ҡаршы кѳрәш алып барған ирекле отрядтар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша Ғәзиз Сәлих улы. Хәрби Советтың 1918 йылдың 1 июлендәге фарманында: «В целях установления порядка и для борьбы с большевиками на местах организуется по всей Башкирской территории особые башкирские отряды по особо выработанному штату», - тиелә. Ҡыпсаҡ кантонында (йырсының тыуған яғында ) ошондай отрядты ойоштороу бурысы Ғәзиз Әлмѳхәмәтовҡа йѳкмәтелә. 1918 йылдың 1 авгусында ул Ҡыпсаҡ кантонындағы ирекле отрядтың етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
1919 йылда Башҡортостан автономияһы төҙөлгәс, Башҡорт хѳкүмәте Стәрлетамаҡҡа күсә. Ғәзиз Әлмѳхәмәтов уның етәкселәре алдында бер нисә тапҡыр концерт ҡуя. Шунан ул яңынан Урта Азияға юллана. Бына уның ошо эшмәкәрлеге аҙаҡ, үткән быуаттың 30-сы йылдарында, ҡулға алып, хөкөм итеү өсөн төп сәбәп була ла инде.
1938 йылдың 10 июлендә бер юлы 38 кешене аталар - 15 минут һайын бер кеше. Ә ниндәй шәхестәр! Шул иҫәптән Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим
Мәһәҙиев, Дауыт Юлтый, Булат Ишемғолов…
Тик 1957 йылда, Сталиндың шәхес культы фаш ителгәс кенә, уның исеме халҡыбыҙға кире әйләнеп ҡайтты. Хәҙерге көндә тыуған районында, Яңы Морапталда, Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа музей асылды, Иҫке Морапталдағы урамдарҙың береһенә уның исеме бирелде.