Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығын билдәләгәндә беҙҙең Көйөргәҙе районынан уны төҙөүҙә ҡатнашҡан арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Шуларҙың береһе - Таһир Имаҡов.
Таһир Ғилман улы Имаҡов 1895 йылдың 26 октябрендә элекке Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Ҡансыра ауылында тыуған. Атаһы батша ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп унтер-офицер дәрәжәһен ала, заманына күрә уҡымышлы кеше була. Улдарына ла лайыҡлы белем бирергә тырыша. Иң олоһо булған Таһир мосолмандар араһында киң билдәле һәм яңы белем биреү методикаһы буйынса эшләгән «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый.
1917 йылда Башҡорт халҡы үҙбилдәләнеш һәм ер өсөн көрәшкә күтәрелә. Фронттан тыуған яғына ҡайтып төшкән Таһир Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Ул, төрлө йылдарҙа төрлө вазифаларҙа эшләп, Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре кимәленәсә күтәрелә. Автономия төҙөү барышында килеп тыуған бик күп сетерекле сәйәси, хәрби мәсьәләләрҙе сисеүҙә, уңышлы хәл итеүҙә һығылмалылыҡ, ойоштороу оҫталығы күрһәтә.
Зәки Вәлиди үҙенең «Хәтирәләре»ндә уның тураһында шулай тип яҙа: « 12 августа (1919 йыл) мин, Мортазин бригадаһын үҙ яғыбыҙға сығарыу өсөн, Көнсығыш фронттың теге яғына, Колчак ғәскәре эсенә инергә тип, юлға сыҡтым. Үҙем менән яҡын дуҫым Таһир Имаҡовты алдым. Таһир - Имаҡ ырыуынан».
Үткән быуаттың 30-сы йылдарында вәлидовсыларҙы эҙәрлекләүҙәр башланыу менән, уға 1935 йылда эш урынын алмаштырырға һәм СССР Дәүләт банкының Ырымбур бүлексәһендә хеҙмәт итергә тура килә. Ул 1937 йылға тиклем, йәғни ҡулға алынғансы шунда эшләй.
Билдәле ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙең ҡатыны Мәстүрә Имаҡова 1926 йылда донъяға килгән улы Илтотар һәм 1932 йылғы ҡыҙы Тәнзилә менән Урта Азияла йәшеренергә мәжбүр була. Таһир Имаҡов, вәлидовсы һәм Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең әүем ҡатнашыусыһы булараҡ, 1937 йылда атып үлтерелә. 1960 йылда аҡлана.
Яҡташтары Таһир Имаҡовтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған ауылындағы урамдарҙың береһенә уның исемен бирҙе, Ҡансырала уға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙы.